Мәктәптә аш ҡиммәтләнә05.09.2014
Өфө хакимиәтенең сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе көйләү идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, уҡыусылар өсөн туҡланыу хаҡы инфляцияға ярашлы үҙгәрештәр кисерәсәк.

1 октябрҙән I – IV кластар өсөн иртәнге аш — 45, төшкө аш 55 һум буласаҡ, ә V – ХI класс уҡыусылары өсөн хаҡ 50 һәм 60 һум тәшкил итәсәк.
Ҡулланыусылар баҙары идаралы­ғының бүлек начальнигы Игорь Сысолятин әйтеүен­сә, бындай хаҡ санитария-эпидемиология нормаларына ярашлы билдәләнгән. Социаль яҡтан яҡланмаған балаларға адреслы дотация күләме 24 һумдан 30 һумға тиклем арттырыла һәм мәктәптә туҡланыу байтаҡҡа арзанайтыла. Компенсация түләүе 4 һумдан 6 һумға тиклем үҫәсәк.


Вернуться назад