Киләһе йылдың 1 мартында дәүләт һәм муниципаль торлаҡ фонды биналарын хосусилаштырыу тәртибендә граждандарҙың милкенә бушлай тапшырыу программаһы тамамлана.
Республикабыҙҙа халыҡтың күпселеге ошо хоҡуҡтан файҙаланып өлгөрҙө. 1 июлгә ҡарата күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡтарҙың һәм уға бәйле килешеүҙәрҙең берҙәм дәүләт реестрында 1,1 миллиондан ашыу кеше ошондай хоҡуғын теркәгән. Хосусилаштырыу тәртибендә 531 990 торлаҡ бина граждандарҙың милкенә күскән.