Буралар ишелеп тулыр мәл05.09.2014
Башҡортостан Ауыл хужалығы ми­нистр­лығының матбуғат хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2 сен­тябргә республикала иген куль­ту­раларының 60 проценты, йәғни 1,068 миллион гектары урып һуғылған. Борсаҡ сәсеүлектәренең – 84, һолоноң – 78, арпаның 62 процентында ураҡ эштәре тамамланған. Иртә өлгөрөүсе культураларҙан борсаҡ урып йыйыу­ҙы – 23, ә һолоно 14 районда аҙағына еткерһәләр, арпа урағын Борай ра­йонында ғына атҡарып сыҡҡандар.


Республика буйынса игендең тулайым йыйымы 1,5 миллион тоннанан ашып киткән, һәр гектарҙан уртаса төшөм – 14,8 центнер. Гектар ҡеүәте Саҡмағош ра­йонында — 29,4 Мәләүездә — 25,7, Стәрлетамаҡ районында 24,9 центнер тәшкил итә. Һуңғыһында Башҡорт­останда беренселәрҙән булып 100 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған. Ураҡ Ейәнсура районында ла йылдам алып барыла, бында игенлектәрҙең 81 процентында ураҡ тамамланған. Әлшәй, Архангел, Бишбүләк, Благовар, Ғафури, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Стәрлебаш райондарында ла ашлыҡтың 75 проценты йыйып һуғылған. Шишмә, Шаран райондары хужалыҡтары ла ураҡ алдынғы­ларының үксәһенә баҫып килә.
Стәрлебаш районының “Үҙәк” МТС-ында урып йыйыу тиҙлеге иң юғарыһы, 7890 гектар иген культураларын урып һуғыу тамамланыу алдында. “Урал“, “Нурлы”, Матросов исемендәге хужалыҡ­тарҙа ла эште ошо көндәрҙә теүәлләү мөмкинлеге бар. Иң юғары уңыш Ленин исемендәге хужалыҡта: гектар ҡеүәте 20 центнерға яҡынлай. Алдынғылар исем­леген­дә Дүртөйлө районының “Шишмә“ тоҡомсолоҡ заводы ла күренә. Бында иген культураларын урып һуғыуҙы 27 августа уҡ тамамлап, һәр гектарҙан 32 центнер уңыш алғандар. Бойҙайҙың гектар ҡеүәте 35 центнерға еткән.
Башҡортостан Хөкүмәтенең ураҡҡа әҙерлекте көсәйтеү буйынса сара күре­үенә, шул иҫәптән финанс ярҙамы бүле­үенә ҡарамаҫтан, йәйҙең ҡапыл үҙгә­реү­сән шарттарҙа килеүе сәбәпле, иген культураларының уңышы көтөл­гәндән күпкә түбән. Мәҫәлән, борсаҡтың гектарынан — 16,7, арпанан – 15,9, бойҙайҙан – 13,6, һолонан 12,7 центнер алыныуы тап шул хаҡта һөйләй. Дөрөҫ, күрһәткестәр, Ауыл хужалығы министр­лы­ғы мәғлүмәттәре буйынса, былтырғы­нан бер аҙ юғары, әммә ул ғына рен­та­бел­ле хужалыҡ итеү тураһында өмөт­ләнергә урын ҡалдырмай.
Йыл урағын уҙғарыу буйынса Мәләүез районы игенселәренең хеҙмәт тәжрибәһе маҡтауға лайыҡ, тиҙәр Министрлыҡта. Барлыҡ агротехник сараларҙы аныҡ үтәү һөҙөмтәһендә район игенселәре ужым культураларының һәр гектарынан — 30, арпанан – 24,7, һолонан 24,3 һәм бойҙайҙан 21,6 центнер уңыш йыйып алған. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм таулы райондарында һауа шарттарының көйһөҙ килеүе сәбәпле урып-йыйыу эштәре ныҡ ҡына тотҡарлана. Ҡойма ямғырҙарҙан һуң ҡапыл һалҡынайтыуы иген культура­ла­рының өлгөрөүенә етди ҡамасаулай. Ә инде сентябрҙә төнгө сәғәттәрҙә темпе­ратураның ҡырҡа түбәнәйеүе был хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра төшә.
Буралар ашлыҡ менән ишелеп тулыр мәлдә, Башҡортостан игенсеһенең мул уңыш үҫтереп, иҡтисади хәлен нығытып ҡалырға иҫәбе ҡаты тотҡарлыҡтарға дусар ителеүе, әлбиттә, етди борсолоу уята. Ураҡ башланыр алдынан яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡ күтәрелеүе етмәгән, тәбиғәт тә, ошо хәлдән файҙа­ланып ҡалырға ашыҡҡандай, көйһөҙлөгөн күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, агрономия һәм селекция фәндәре нисек кенә алға китмәһен, игенселектең торошон хәл иткес дәрәжәлә һауа шарттары – ваҡы­тында яуған ямғыр һәм даими ҡояшлы көндәр – билдәләй. Иген­дең ниндәй генә сорты уйлап табылмаһын, тейешле темпаратура булмай тороп, ул сифатлы продукцияға әйләнә.
Яңыраҡ Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Николай Федоров Украиналағы хәлдәр менән бәйле Рәсәйгә ҡарата кү­релгән санкцияларға ҡағылып, “беҙ үҙе­беҙҙе аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итергә һәләтле” тип белдерҙе. Хуп мәйле, тик тәү ҡарашҡа урынлы тойолған был оптимизмдың игенсенең иҡтисади бойондороҡһоҙлоғо менән нығытылыуы – мөһим шарт. Проблеманы күнегелгән һәм иң еңел юл – аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙы күтәреү – иҫәбенә хәл итергә тырышыу­ҙың фәҡир рәсәйҙәр араһында ризаһыҙ­лыҡ тыуҙырасағы көн кеүек асыҡ.
Йомғаҡлап әйткәндә, йыл урағы тар­маҡ проблемаларын тағы ла бер тапҡыр күтәреп кенә ҡалмай, уларҙы хәл итеү буйынса етди саралар күреү зарурлығын да иҫкәртә.




Вернуться назад