“Дуҫлыҡ” күпере ышаныслы05.09.2014
“Дуҫлыҡ” күпере ышаныслы
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән Тажикстан араһында хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә бара. Айырыуса сауҙа-иҡтисади, гуманитар тармаҡтарҙа ыңғай үҫеш күҙәтелә. Көньяҡтағы республиканан күпләп емеш-еләк, еңел сәнәғәт предприятиелары өсөн трикотаж туҡымалар ҡайтанан оҙатыла башлаһа, күрһәткестәр тағы ла артасаҡ, ти белгестәр. Киләсәктә бергәләшеп туризмды үҫтереү проекттарын өйрәнеү мәсьәләһе лә көн ҡаҙағында ҡала.

Былар – социаль-иҡтисади хеҙмәт­тәш­лек йүнәлештәре. Халыҡ-ара мөнә­сәбәттәргә килгәндә, ике республика ара­һын­дағы дуҫлыҡ күпере ныҡ һәм ышаныслы. Тажикстандағы “Дуҫлыҡ” баш­ҡорт-татар үҙәге бынан 23 йыл элек ойошторол­ғайны. Бөгөн ул – ситтә йә­шәү­се милләттәштәребеҙҙең алыш­тыр­ғы­һыҙ ярҙамсыһы, кәңәшсеһе. Ойошма урындағы власть вәкилдәре, Башҡорт­остан, Татарстан республикалары менән тығыҙ эшләй. Йыл һайын Тажикстан мәктәптәрен тамамла­ғандарҙың бер нисә тиҫтәһе уҡыуын Рәсәйҙең, шул иҫәптән Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Йәйге ялдарын да күптәр аҫаба ерҙәрендә үт­кә­реүҙе хуп күрә. Һабантуй, Ураҙа, Ҡорбан байрамдары – көтөп алған саралар. Бындай күңелле осрашыуҙарҙа ха­лыҡ рәхәтлә­неп ял итә, милли ризыҡтар менән һыйлана, ата-бабаларының ғө­рөф-ғәҙәте менән таныша.
Үҙәктә туған телдәрҙе өйрәнеүгә лә ҙур иғтибар бү­ленә. Тематик саралар, олимпиадалар, конкурстар, шиғыр байрамдары – былар барыһы ла йәш быуында телгә ихтирам, иғтибар тәрбиә­ләү­ҙең бер алымы. Әлбиттә, үҙәк­кә йө­рөп кенә телде бар нескәлегендә белеп бөтөп булмай. Бөтә нә­мә ғаиләнән башлана. Әгәр бала ата-әсәһе менән туған те­лендә һөйләшә икән, тимәк, бер ниндәй ҙә ассимиляция янамай.
Сит тарафтарҙа үҙ милләтең вәкиле булып ҡалыу еңел түгел, әлбиттә. Һағыныуға төрлө көнүҙәк проблемалар ҙа килеп ҡушылһа, икеләтә, өсләтә ауырға төшә. Ана шундай саҡтарҙа милләт­тәш­тәребеҙ милли ойошмаларға һыйына ла инде. Унда улар күңелдәренә йыуаныс, рухи көс таба.



Вернуться назад