Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рәйлә Ҡәрипова – үҙенсәлекле шәхес. Уның менән танышҡандан һуң: “Их, һөйләшергә ваҡыт булманы. Ҡасан тағы бер күрешеп булыр икән”, – тип үкенеп ҡуйғайным. Бер мәл редакцияға Рәйлә апай үҙе килеп инде. Ҡыуанысымдың сиге булманы.
Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Ташкент ҡалаһының педагогия институтына юл ала ул. Биология факультетын һайлай, әммә киләсәктә үҙен уҡытыусы итеп күрмәй. “Уҡый башлағас та, был һөнәрҙең минеке түгел икәнен аңланым”, – ти бөгөн. Оҙаҡ уйлап тормай йәш ҡыҙ, уҡыуын ҡалдырып, Туҡыу комбинатына слесарь-ремонтлаусы булып эшкә урынлаша. 17 йыл станоктарҙы көйләй ул. Был бригадала ирҙәр араһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була.
Үҙгәртеп ҡороуҙар еле комбинатты ла урап үтмәй – 1992 йылда уны тарҡаталар. Күптәр эшһеҙ тороп ҡала. “1994 йылда аптырауҙың сигенә сыҡтыҡ. Ҡулымда – өс бала. Ҡайтырға теләк бар ине, туғандарым, муллыҡтан ҡасырға уйлайһыңмы, тип төңөлдөрҙө. Ысынлап та, Башҡортостанда ул ваҡытта йәшәүе ауырыраҡ ине. Кәштәләр буш. Ә Үзбәкстанда улай түгел ине”, – тип хәтерләй ул ауыр замандарҙы Рәйлә апай.
Ситтә йөрөгәс, туған тел, халыҡ ҡәҙере тағы ла нығыраҡ беленә. Ошо йылдарҙа Үзбәкстанда йәшәгән башҡорттар, бер көскә тупланырға булып, Башҡорт һәм Татар милли-мәҙәни үҙәген төҙөй. Һуңынан Башҡорт милли үҙәге әлеге ойошманан айырылып сығып, үҙаллы эш башлай. Был еңелдән булмаһа ла, уңыштар һөйөнөрлөк: “Урал” ансамблен төҙөгәндәр, өлкән йәштәге милләттәштәребеҙ өсөн “Ағиҙел” клубы эшләй. Дәүләт кимәлендәге бер сара ла уларҙың ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Республиканың халыҡ ижады үҙәге директоры Байрас Ишбирҙин һәм Мәҙәниәт министрлығынан Алһыу Сирғәлина милли үҙәккә матур сәхнә костюмдары менән ярҙам иткән.
– Хәҙер беҙҙең ойошма бар сарала ла сағыулығы менән айырылып тора. Костюмдар матур, сифатлы. Быға тиклем һәр ҡайһыбыҙ кейем мәсьәләһен үҙе хәстәрләй ине. Күптәргә камзул-күлдәктәрҙе ҡыҙым Альбина тегеп бирҙе. Хәҙер был проблема хәл ителде, – тип һөйләй Рәйлә Ҡәрипова. – Үзбәкстан тарафтарында элек 40 меңгә яҡын башҡорт йәшәй ине. Төрлө сәбәп арҡаһында күптәре тыуған яҡтарына ҡайтыуҙы хуп күрҙе. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле был республикала 30 мең башҡорт йәшәй. Ташкентта иһә 9 мең башҡорт иҫәпләнә. Башҡортостан менән дуҫлыҡ ныҡ, әммә һуңғы йылдарҙа мәғариф өлкәһендәге бәйләнештәр һүлпәнәйҙе, сөнки бында уҡырға килгән балаларға квота алыуы ҡыйынлашты. Бынан тыш, Башҡортостанға килеп төпләнгән студенттар, йәштәр менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйбеҙ, сөнки ата-әсәләренең тыуған ере уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормай. Теркәлеү, йәшәү өсөн рөхсәт алыу кеүек кәртәләрҙе үтеү ҡайһы саҡ бик ауырға төшә.
Әүҙем, дәрт-дарманы ташып торған Рәйлә апайға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ойошманың эше менән янып йәшәй ул. Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйҙырырға хыяллана. Бынан тыш, әсәйлек, өләсәйлек мәшәҡәттәренә һөйөнөп бөтә алмай. Марат, Тимур, Әмир исемле ейәндәрен башҡорт рухында тәрбиәләй. Бергәләп шиғыр ятлауҙы, әкиәттәр уҡыуҙы ейәндәре көтөп ала. Өлкәндәре хатта ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә башлаған.