“ХАЛЫҠ МЕНӘН БЕРҘӘМ ЭШЛӘЙБЕҘ”05.09.2014
“ХАЛЫҠ МЕНӘН БЕРҘӘМ ЭШЛӘЙБЕҘ”
йәки Йыйын ни өсөн тап ошо ҡалала үтә?
Башҡортостан муниципаль берәмектәренең сираттағы съезын үткәреү урыны итеп ни өсөн Стәрлетамаҡ һайланғанын асыҡлау маҡсатында һәм муниципаль берәмектең йәшәйешенә бәйле һорауҙарға яуап эҙләп, ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотовҡа мөрәжәғәт иттек.

Бай тәжрибә туплау майҙаны

— Алексей Николаевич, съездың һеҙҙә үтеүе осраҡлы түгелдер бит?
— Белеүегеҙсә, быға тиклем сара Өфөлә уҙғарылып килде, ә быйыл форум майҙаны итеп Стәрлетамаҡ ҡалаһы һай­ланды. Бөгөн Ҡала мәҙәниәт һарайы 1 100-ҙән ашыу кешене ҡабул итә.
Үҙем Башҡортостан муниципаль берә­мектәре советы рәйесе булғас, Президент Хакимиәтенә форумды беҙҙә уҙ­ға­рырға рөхсәт һорап мөрәжәғәт иттем, сөнки Стәрлетамаҡ төбәктә – Өфөнән һуң иң ҙур ҡала, тәжрибә туплау майҙандары етерлек. Ыңғай яуап алыу, әлбиттә, эштең башы ғына ине. Ҙур ҡорҙо уҙғарыу, нисек кенә булмаһын, иңгә бермә-бер яуаплы­лыҡ өҫтәй. Әҙерлек эштәре инде артта, етди мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйлә­шергә генә ҡала.
— Тәжрибә туплау тигәндән, һеҙҙә ҡунаҡтарға өйрәнерлек күренештәр ҙә бихисап. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ урамдарына күҙ һалһаң, әле теге юлды киңәйткәндәр, әле был ҡулсаны ҡу­лай­лаштырғандар. Сауҙа үҙәктәре, кү­ңел асыу комплекстары, һатыу нөк­тә­ләре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел – ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәк һымаҡ. Ҡалаға бер-ике йыл ғына юлы төшмәгән кеше уны танымай, аҙашып та йөрөр ине, моғайын. Тимәк, үҫеш юлындаһығыҙ…
— Һуңғы йылдарҙа сәнәғәт өлкәһе буйынса ғына түгел, бар яҡлап та алға табан барабыҙ, ҡаланың йөҙө матурлана, тип әйтергә була. Хатта үҙ брендыбыҙҙы булдырҙыҡ, ул “3” һаны менән бәйле: ҡаланың өс төп зонаһы бар, өс үҫеш дәүерен үткән һ.б.
Стәрлетамаҡтың йөҙөнә килгәндә, ысынлап та, юлдарҙа, йорттарҙа күп эш башҡарыла. Әйтәйек, бер-ике йылда ғына ла бер нисә ҡулса сафҡа инде, был йәһәттән урамдағы тығындар мәсьәләһен хәл иттек, тип әйтергә була. Шулай уҡ асфальт һалыуҙы, йәйәүлеләр өсөн юлдар булдырыуҙы контролдә тотабыҙ. Бер генә миҫал: әле Хоҙайбирҙин урамы киңәй­телә, эш һөҙөмтәһе йәнә автоһәүәҫ­кәр­ҙәрҙең тормошон еңеләйтәсәк, йәмәғәт транспортына тиҙерәк йөрөргә мөмкин­лек бирәсәк.
Бынан тыш, ҡаланың 2016 йылда үтәсәк 250 йыллыҡ юбилейына әҙерлек эштәре ҡайнай. Стәрлетамаҡты, тарихи йөҙөн дә һаҡлап, заманса алымдар ҙа ҡулланып, матурларға йыйынабыҙ. Был йәһәттән шәхси инвесторҙар ярҙам итә.
Әлбиттә, 2012 йыл һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө тапҡыр Рәсәйҙәге иң төҙөк ҡала булып танылған Стәрлетамаҡ инфраструктураһының үҫеше бының менән генә сикләнмәй.
Ғөмүмән, 270 меңдән ашыу халҡы булған был ҡала үҫеше буйынса, ысынлап та, күп муниципаль берәмектәргә һәм округтарға өлгө булырҙай. Мәҫәлән, былтыр ғына ла ҡала ҡаҙнаһынан округты тәртиптә тотоу буйынса 175,7 миллион һум аҡса бүленде: шул иҫәптән 29 миллион һум – урамдарҙы яҡтыртыуға, 138,7 миллион һум – юлдарҙы ҡарауға, 8 миллион һум йәшелләндереүгә тотонолдо. Илдә үҙ биләмәһен матурлауға түгел, социаль түләүҙәргә лә аҡса еткерә алмаған ҡалалар барлығын иҫәпкә алғанда, был һөҙөмтә ғорурланырлыҡ, тип уйлайым. Бөгөнгө осрашыуҙа коллегалар менән ошондай уңышҡа өлгәшеү серҙәре хаҡында ла мотлаҡ һөйләшербеҙ тигән өмөттәмен.
Йәштәр ҡалаһы

— Ҡаланың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
— Нисек кенә булмаһын, Стәрлетамаҡ – йәштәр ҡалаһы. Беҙҙәге халыҡтың уртаса йәше – 36. Ғөмүмән, киләсәкте нисек күҙаллайбыҙ, яңы быуынды ниндәйҙер кимәлдә ҡурсалайбыҙ, үҫтерәбеҙ, сөнки ҡала­ның иртәгәһе көнө уларға бәйле. Йәш ғаиләләр өсөн балалар баҡса­ларына, мәктәптәргә күпләп урындар кәрәк. Үке­нескә ҡаршы, был йәһәттән әлегә аҡһайбыҙ. Республикала балалар­ҙы баҡ­са­ларға урынлаштырыу йәһәтенән Өфө­нән генә ҡалышабыҙ. Был – тәбиғи кү­ре­неш, сөнки ҙур ҡалаға ауыл-район­дарҙан йәштәр күпләп ағыла. Проблема, әлбиттә, киләсәктә булмаясаҡ — шәхси балалар баҡсалары асыу, яңыларын төҙөү, мәктәптәр һалдырыу был мәсьәләне икенсе йыл аҙағына уҡ хәл итәсәк.
Белем биреү менән генә эш бөтмәй, йәштәр ҡайҙалыр йәшәргә тейеш. Был йәһәттән дә стәрлетамаҡтарҙың бәхете бар. Бер генә миҫал килтерһәк тә, киләсәкте билдәләрҙәй һүҙ булыр. Атап әйткәндә, алдағы йылда 1600-ҙән ашыу ғаиләгә йорт төҙөү өсөн ер бүленәсәк.
Һаулыҡҡа килгәндә, ҡалала төрлө медицина үҙәктәре асылыуы, дауаханалар­ҙа ремонт һәм реконструкция эштәре үт­кәре­леүе сәләмәтлекте яҡшыртыуға юл аса. Проблемалар ҙа юҡ түгел: тағы бер нисә дауахананы яҡшыртаһы бар. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, кадрҙар етешмәй. Был йәһәттән дә эш алып барабыҙ: йәш белгестәргә шарттар тыуҙырырға тыры­шабыҙ. Мәҫәлән, әле “Ҡайынҡай” шифа­ханаһының бер корпусын рекон­струк­ция­лау юлы менән йәш табиптарға фатирҙар хәстәрләйбеҙ, ҡалала иң юғары эш хаҡы алыусылар ҙа – аҡ халатлылар. Ни генә тимә, барлыҡ үҫеш һаулыҡтан башлана бит.
Эйе, теләүселәргә эш етерлек беҙҙә. Һуңғы арала йәштәр араһында йүн­селлектең үҫеүе лә, ойошмаларға бел­гестәрҙең күпләп ҡайтыуы ла шат­лан­дыра. Ғөмүмән, ҡаланың киләсәге бар!

Халыҡтың тын
алышын тойоп…

— Алексей Николаевич, башҡа проб­лемалар ҙа, әлбиттә, юҡ түгел Стәрлетамаҡта. Мәҫәлән, редакцияға торлаҡ төҙөлөшөнә аҡса биреп алданыусылар күпләп шылтырата. Ҡалала Ҡайғолов әфәнде тарафынан ал­дан­ған кешеләр тейешле фатирын ала­саҡмы? Ғөмүмән, йорт төҙөргә тип, аҡсаһын мутлашыусы компанияларға тапшырып, “тишек кәмәлә” ултырып ҡалыусыларҙың проблемаһын хәл итеү бөгөн ниндәй кимәлдә?
— Тәү сиратта шуны билдәләп үтеү мотлаҡ: закон буйынса һемәйгән һәр кем алданған кеше тип һаналмай. Һүҙ ҙә юҡ, ундай бәләгә тарырға яҙмаһын, әммә аҡса юридик нигеҙҙә тапшырылғанмы, төҙөүсенең лицензияһы булғанмы – бер мәсьәлә лә иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Шуға, осона сыға башлаһаң, һорауҙар күп тыуа. Мәҫәлән, Артем урамында ҡалҡырға тейешле 124-се йорт өсөн аҡса тапшырғандарҙы закон буйынса яҡлау ҡаралмаған. Ләкин, нисек кенә булмаһын, кеше алданған, бәләгә тарыған, ә беҙҙең ундайҙарҙы ауыр хәлдә ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ. Шуға күрә алданғандарға төрлөсә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Бөгөн, мәҫәлән, бер нисә йорт сафҡа инде, төҙөүсе компанияларҙың бурыстарын үтәүенә өлгәшә алдыҡ. Иң мөһиме: барыһы ла булмаһа ла, күптәр тейешле фатирының ишеген асып инде.
— Ысынлап та, ҡалала һуңғы тинен тиерлек тапшырып, торлаҡһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалыусылар аҙ түгел. Бер яҡтан уйлағанда, дәүләт тә, муниципалитет та ҡазаға тарығандарға көсләп аҡса тапшырырға ҡушмаған. Әммә бәләлә ҡалғандар яҡлау һорап тағы кемгә барһын? Был йәһәттән урын­дағы властың халыҡтың аһ-зарын ишетеүенә ҡыуанмау мөмкин түгел. “Древпром”ды ғына иҫкә төшөрәйек. Аңлатыу эше алып барылмаһа, тағы күпме кеше алданыр ине бит! Ғөмү­мән, урындағы властың халыҡ менән берҙәм эшләүе, берҙәм йәшәүе асыҡ күренә…
— Дөрөҫөн әйткәндә, бөтә уңыш­тары­быҙҙың сере шунда ла инде. Халыҡтың тын алышын тоймай тороп, ниндәйҙер эшкә тәүәккәллек ҡылыу мөмкин түгел. Һәр саҡ кешеләрҙең фекеренә ҡолаҡ һалабыҙ, кәңәшенә таянабыҙ. Был йә­һәттән ҡаланың төрлө биҫтәләренә сы­ғып, халыҡ менән осрашыу-аралашыуҙар үткәрәбеҙ. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта “Мак Дональдс” асылырға тейеш ине, тик халыҡтың талабы буйынса был туҡланыу урыны эшмәкәрлеген йәйелдермәне. Ҡаҙнаға өҫтәмә аҡса инер ине тиерһегеҙ, әммә халыҡтың иркенә ҡаршы барырға хаҡыбыҙ юҡ! Эшебеҙ ошо принципҡа ҡоролған.


Вернуться назад