“Каруанһарай” ниңә ҡайтмай?27.01.2012
“Каруанһарай” ниңә ҡайтмай?Хәтеремдә, Пушкиндың “Борис Годунов” тигән тарихи драмаһы “ә халыҡ өндәшмәй” тигән һүҙҙәр менән тамамлана. Был йәмәғәтселектең Рәсәйҙә ХVII быуат башында власть өсөн барған талашҡа “ике донъя — бер мөрйә” тип ғәмһеҙ ҡарауын аңлата булһа кәрәк. Ябай башҡорт ҡатыны Гөлимә Жанғабилованың Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы башҡорт халҡына ҡайтарып биреү өсөн яңғыҙы йәнтәслим көрәшеүе тураһында мәғлүмәттәр менән танышҡас, киң мәғәнәле ошо һөйләм иҫкә төштө. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙың Ырымбурҙағы ваҡиғаларға вайымһыҙ ҡарауы, бер һүҙ өндәшмәүе күңелде ҡыра.
Мәсьәлә шунда: ХIХ быуаттың 30-сы йылдарында башҡорттар Ырымбур губернаһы үҙәгенә дәүләт хәстәре йәки үҙ йомошо буйынса килгән саҡта ҡунып сығыу өсөн үҙ аҡсаһына һалған Каруанһарай 1846 йылдың 30 авгусында тантаналы рәүештә асыла һәм шунда уҡ комплексты төҙөү башланғысын хуплаған хәрби губернатор Василий Перовскийҙы алмаштырған икенсе чиновник, башҡорттарға ҡарата дошмандарса мөнәсәбәттәге Владимир Обручев тарафынан тартып алына, артабан Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы ҡарамағына тапшырыла. Ул ғына ла түгел, сираттағы генерал-губернатор Николай Крыжановский 1867 йылдың 26 ғинуарында, “христиан биналары янында ултырырға тейеш түгел” тигән һылтау менән, Каруанһарай мәсетен ситкә күсереүҙе һорап, Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт итә. Ярай әле министрлыҡ, халыҡ хәрәкәтенән ҡурҡып, яуыз милләтсенең үтенесен кире ҡаға.
1917 йылғы февраль инҡилабынан һуң Каруанһарай өсөн көрәш йәнә ҡалҡып сыға һәм Башҡортостан Шураһы тарихи-мәҙәни ҡомартҡыбыҙҙы башҡорт халҡының милке тип иғлан итә. 1918 йылдың 27 ғинуарында Милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И.В. Сталин Ырымбур губерна Советының башҡарма комитетына: “Ырымбурҙағы “Каруанһарай” тип аталған башҡорт халыҡ йорто һәм мәсет хеҙмәтсән башҡорт халҡының тулы ҡарамағына тапшырылһын”, тигән телеграмма ла һуға. Әммә Ырымбур властары аяҡ терәп ҡаршы тора һәм Каруанһарайҙы кире тартып алыуға бөтә көсөн һала. РСФСР Министрҙар Советының 1960 йылдың 30 авгусында ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы, комплекс республика әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡылары исемлегенә индерелһә лә, уны Геология идаралығы ҡарамағына бирәләр, ә мәсетте планетарийға әйләндерәләр.
Ырымбур өлкәһендәге район һәм ҡала ҡоролтайҙары етәкселәре тарафынан Рәсәй Президенты Д. А. Медведевҡа, Ырымбур өлкәһе губернаторы А.А. Чернышевҡа 2010 йылдың 5 ғинуарында ебәрелгән мөрәжәғәттән: “...Ырымбур өлкәһендә 53 мең башҡорт йәшәй, бына 20 йыл өлкә, ҡала, район ҡоролтайҙары эшләп килә, әммә уларҙың үҙ биналары ла юҡ. Башҡортостандың баш ҡалаһы беҙҙән әллә ни алыҫ та түгел һәм, әгәр һеҙ “Каруанһарай” комплексын республика ҡарамағына биреү мәсьәләһен хәл итһәгеҙ, Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан араһында иҡтисади, мәҙәни, социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тағы ла үҫер, нығыр ине...”
Әлбиттә, был мөрәжәғәт Д.А. Медведевтың ҡулына эләкмәй. Уның урынына 2010 йылдың 12 февралендә “Росимущество” идаралығы етәксеһе урынбаҫары Н.А. Сергунина былай тип яуап бирә: “Ырымбур өлкәһе Хөкүмәтенең 2007 йылдың 19 июнендәге хатына таянып, үрҙә әйтелгән объект Ырымбур өлкәһе ҡарамағына бирелде. Башҡортостан яғынан ундай мөрәжәғәт килмәне. Шул сәбәпле комплексты Башҡортостанға тапшырыу мөмкин түгел”.
Әммә Каруанһарайҙы уның вариҫтарына ҡайтарыу өсөн көрәште башлаусы Гөлимә Жанғабилованы һәм Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары булған Л. Әбүбәкерова менән Г. Үзбәкованы был яуап ҡәнәғәтләндермәй, һәм улар 2010 йылдың 5 майында Д.А. Медведевҡа, А.А. Чернышевҡа тағы ла мөрәжәғәт менән сыға.
“Һеҙҙең 2010 йылдың 5 майында Рәсәй Президенты исеменә яҙған мөрәжәғәтегеҙ, тикшереү һөҙөмтәләрен хәбәр итеү шарты менән, Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелде”, тигән яуап килә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы граждандар һәм ойошмаларҙың яҙма мөрәжәғәттәре менән эшләү идаралығы кәңәшсеһе Е. Зыбкиндан 2010 йылдың 20 майында. Тағы ла ике “отписка”ға туҡталайыҡ. “Рәсәй Президенты исеменә килгән мөрәжәғәтегеҙ 2006 йылдың 2 майында ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, Дәүләт милкенә идара итеү агентлығына ебәрелде. 2010 йылдың 18 ғинуары”. “Рәсәй Президенты исеменә 2010 йылдың 20 мартында килгән мөрәжәғәтегеҙ һеҙгә яуап бирһендәр өсөн Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелде. 2010 йылдың 11 марты”. Быларға баһа биреп тороу кәрәкмәҫ.
Ярай, Рәсәй властарынан йүнле яуап алынмағас, Гөлимә Жанғабилова, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булараҡ, 2010 йылдың 12 апрелендә уның Президиумына мөрәжәғәт итә: “Каруанһарай” комплексын башҡорт халҡына ҡайтарып биреүҙе һорап Рәсәй Президентына һәм Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итһәгеҙ ине. Шулай уҡ Башҡортостан етәкселеге алдына ла ошо уҡ мәсьәләләрҙе ҡуйыуығыҙҙы һорайым”.
Үкенескә ҡаршы, Ҡоролтай Президиумы уның мөрәжәғәте буйынса бер төрлө документ та ҡабул итмәй һәм хатты Башҡортостан етәкселегенә ебәреү менән генә сикләнә. Артабан Г. Жанғабилова исеменә тағы бер “отписка” килә: “Башҡортостандың Ырымбурҙағы вәкиллегенә үрҙә күтәрелгән мәсьәләләрҙе яйға һалыуҙа ярҙам итеү тураһында күрһәтмә бирелде”. Бәй, Башҡортостандың Ырымбурҙағы вәкиллегендә бер генә башҡорттоң да булмауын ул саҡтағы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығында белмәйҙәр инеме икән? Вәкиллек етәксеһе Сергей Катасонов та, уның урынбаҫары ла Ырымбурҙағы башҡорт ҡоролтайына ярҙам итеү йәһәтенән ҡыл да ҡыбырлатманы. Ни өсөн 50 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән төбәктә вәкиллек өсөн бер милләттәшебеҙ ҙә табылмаған?
Башҡортостандың яңы етәкселеге, бәлки, хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртер, тип өмөтләнә Гөлимә һәм, һуңғы таяныс эҙләп, тағы ла мөрәжәғәт итә. Кем белә, бәлки, Хоҙайҙың “амин” тигән сағына тура килеп, быуаттарға һуҙылған проблемаға нөктә ҡуйып та булыр.
Ризван ХАЖИЕВ.


Вернуться назад