Әсәйемде төшөмдә күрәм05.09.2014
– Әсәйем, баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы. Үҙемдең дә уны көн дә күргем килә... Минең ошо хәлемде нисек аңлатырһығыҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
В. МӨХӘМӘТОВА.
Мәсетле районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Һеҙҙең төндә йоҡлауығыҙ – Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Тимәк, әҙәм балаһының был ғәмәлендә ҙур хикмәт ята.
Изге китаптың икенсе бер аят кәримәһендә Раббыбыҙҙың йоҡоно тыныс һәм ләззәтле итеп ҡылғаны хаҡында әйтелгән. Ысынлап та, ял итеүҙең был төрө – һаулыҡ билгеһе. Әгәр ҙә ки әҙәм балаһы йоҡлай алмай ғазаплана икән, тимәк, уның тән йәки йән сәләмәтлеге яҡшынан түгел.
Йоҡлағанда төш күреү үҙенсәлеге иһә кешегә донъяға яралған мәленән үк бирелгән. Уның тураһында “Ҡөрьән”дең “Йософ” сүрәһендә лә әйтелгән. Батша төш күрә лә юратыр өсөн кеше эҙләй. Һөҙөмтәлә Йософ ғәләйһис-сәләм юрап бирә.
Аллаһтың илселәре үҙенә пәйғәмбәрлек килгәнен дә тәүҙә төшөндә күргән. Был төнгө “күрәҙәлек” мотлаҡ тормошҡа ашҡан. Тимәк, Хаҡ Тәғәлә буласаҡ илселәрен ошолай алдан тәрбиәләгән, пәйғәмбәрлеккә әҙерләгән.
Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә төштәрҙең өс төргә бүленеүе хаҡында әйткән. Беренсеһе Аллаһ Тәғәлә тарафынан килә (ул бөтөн ғәмәлдәрҙе үтәп, тәһәрәтләнеп йоҡлағанда, иртәнге намаҙға яҡыныраҡ инә, кешене рухландыра, дәртләндерә, яҡтылыҡ алып килә). Уны мотлаҡ юратырға кәрәк. Бындай ғилемгә эйә кешеләр хәҙер бармы – әйтеүе ҡыйын, элек иһә байтаҡ булған. Пәйғәмбәребеҙ әйтеүенсә, иң тәүҙә кемдән юратһаң, шуның һүҙҙәре юш килер.
Икенсеһе – тормоштағы мәсьәләләргә бәйле төш. Ул юралмай, яҡшыға булһын тип теләргә генә кәрәк. Өсөнсөһө – һаташыу. Ыҙғыш, ғауға күтәрелгән бындай төштәрҙе берәүгә лә һөйләргә ярамай. Бындай осраҡта Пәйғәмбәребеҙ “Әғүҙү билләһи минәш шайтанир ражим, бисмилләһир-рахмәнир-рахим” тип доға уҡырға ла һулаҡай яҡҡа ҡарап төкөрөргә һәм төштө оноторға ҡушҡан. Шул да мәғлүм булһын: күргән һәр төштө һөйләп йөрөү урынһыҙ.
Миңә мөрәжәғәт иткән ҡәрҙәшебеҙҙең һорауына килгәндә, атай-әсәйҙе төштә күреү – яҡшы билдә, тип әйтергә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр йоҡлаған мәлендә мәрхүмдәр менән “осрашһа”, шикләнә башлай. Улайтырға ярамай, хөрмәтле ҡәрҙәштәр: баҡыйлыҡтағылар беҙгә яҡшылыҡ теләй, һөйөнөсөн белдерә, ниндәйҙер ауырлыҡтан, хәүефтән ҡурсаларға теләй. Шул уҡ ваҡытта мәрхүмдәрҙең төшкә хәйер-доға һорап инеүе лә ихтимал. Бәлки, тормош мәшәҡәттәре менән булып, уларҙы бер аҙ онотоп ебәргәнбеҙҙер. Баҡыйлыҡтағылар бит Ҡөрьән уҡытыуға, хәйергә һәр ваҡыт мохтаж, аят-доғалар уларға нур, яҡтылыҡ, рәхмәт булып бара. Өҫтәүенә мәрхүмдәрҙең фани донъяла әйтеп ҡалдырған ниндәйҙер васыятын, аманатын үтәмәгәнгә төшкә инеүе лә бар.
Әйтелгәндәрҙең барыһын да күҙ уңында тотоп, баҡыйлыҡҡа күскән яҡындарыбыҙҙың, ҡәрҙәштәребеҙҙең, айырыуса атай-әсәйебеҙҙең рухтарына бағышлап Ҡөрьән уҡытып, хәйер биреп торорға онотмайыҡ, васыяттарын үтәйек. Аллаһ Тәғәлә ғаиләләребеҙгә, илебеҙгә тыныслыҡ насип ҡылһын. Ватаныбыҙ имен саҡта ғына йоҡобоҙ татлы булыр, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.