Ғ
ғаба и., ғәр. – бөркәнсек рәүешендәге йөн кейем
ғабид с., ғәр. – 1. ғибәҙәт ҡылған (кеше); 2. ҡоллоҡ, хеҙмәт иткән (кеше)
ғади с., ғәр. – ғәҙәттәге, ябай
ғаҡ с., ғәр. – буйһонмаҫ, баш эймәҫ (кеше)
ғата и., ғәр. – бүләк
ғиз и., ғәр. – ололоҡ, бөйөклөк
ғил и., ғәр. – асыу, кенә
ғина и., ғәр. – байлыҡ
ғофран и., ғәр. – ғәфү
ғәр и., ғәр. – намыҫ, оят хисе
ғәсәҡ и., ғәр. – эңер
ғәүеҫ и., ғәр. – ярҙам
ғәффар и., ғәр. – ғәфү итеүсе, кисереүсе
ғәян с., ғәр. – ап-асыҡ күренгән, билдәле
(Әкрәм Бейешевтең
“Башҡорт телендә йөрөгән
ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәре”
тигән китабынан).