Һәр йомала — сәфәрҙә05.09.2014
Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары йома һайын райондарҙа халыҡты ҡабул итә.


Яңыраҡ баш ҡала табиптары Иглин һәм Бүздәк райондары халҡы өсөн консультация ойошторҙо.
— Күсмә бригада, 300-ҙән ашыу кешене ҡарап, 80 ауырыуҙы юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм тикшереү үтеү өсөн клиникаға саҡырҙы, — тип һөйләне медицина университеты ректоры Валентин Павлов. — Ауылдарҙа тар белгестәрҙең етешмәүен яҡшы беләбеҙ, шуға күрә эште үҙәк район дауаханалары баш табиптарының теләген, халыҡтың ихтыяжын иҫәпкә алып ойошторҙоҡ.
Ысынлап та, күсмә бригада көслө һәм бик кәрәкле белгестәрҙән тора: уролог, эндокринолог, кардиолог, ревматолог, невролог, гинеколог, травматолог, гематолог һәм өс йүнәлештә эшләүсе хирургтар. Артабан табиптарҙың “десант”ы Дәүләкән, Шишмә райондарына юл аласаҡ.


Вернуться назад