Бәләкәй саҡта “врач”, “укол” тигән һүҙҙән ҡалтырап төшә торғайным. Үҫеп еткәс, әлбиттә, табиптарҙың бик кәрәкле һөнәр эйәһе икәнен аңланым.
Билдәле актриса Фаина Раневская шәфҡәт туташтарын “кешенең ғүмерлек юлдашы” тип бик дөрөҫ билдәләгән. Шундай тоғро юлдаштарҙың береһе, утыҙ йылға яҡын ауылдаштарының сәләмәтлеген ҡайғыртып йәшәүсе фельдшер Рәйфә Мөхәмәтғәлина хаҡында булыр һүҙем.
Көмбә ауылы ҡыҙын, Белорет медицина училищеһын тамамлағас, Салауат районына эшкә ебәрәләр. Өс йылдан һуң тыуған яғына ҡайтып, Кәртәле, Төлмәй ауылдарында эшләй. 1995 йылда Көньяҡ Урал ҡурсаулығында фельдшер-акушерлыҡ пункты булдырылғас, тәжрибәле хеҙмәткәрҙе шунда саҡыралар. Шулай итеп, егерме йылға яҡын Рәйфә Ғүмәр ҡыҙы Рәүәт, Көмбә һәм Айғыр ауылдары халҡына медицина ярҙамы күрһәтә.
Ауыл фельдшерының эше билдәле инде. Элек транспорт булмау сәбәпле, ауылдар араһын, ҡар-ямғыр, батҡаҡ тип тормай, йыш ҡына йәйәүләп уҙырға тура килә.
– Ҡыш булһа, ат егеп юлға сыҡтым, урман-тауҙар аша тураға сығып елдергән саҡтар ҙа булды. Ә хәҙер үҙемдең “ҡорос” атым бар, ярҙамға мохтаждар янына “һә” тигәнсә барып етәм, — ти ул бөгөн ҡәнәғәт төҫ менән.
Рәйфә апайҙың спорт бәйгеләрендә ҙур теләк, дәрт менән ҡатнашыуын да әйтеү урынлы булыр. Инйәр зонаһында үткәрелгән ҡышҡы ярыштарҙа уның алдынғылар рәтендә булыуына күнегелгән инде. Ҡурсаулыҡ буйынса уҙғарылған бәйгеләрҙә лә ал биргәне юҡ. “Тормош девизығыҙ ниндәй, Рәйфә апай?” — тигән һорауыма ул: “Ауырлыҡтарға баш эймәү!” — тип яуапланы. Тормош иптәше Риф ағай менән улдарын да намыҫлы, булдыҡлы егет итеп үҫтерҙеләр. Уның кеүек ихлас та, уңған да, изгелекле лә кешеләр яныбыҙҙа артҡан һайын, донъябыҙ яҡтыраҡ, күңелебеҙ байыраҡ булыр ине.