Ҡайынкүлдә - Ауыл көнө05.09.2014
Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районындағы башҡорт ауылы Ҡайынкүл тирә-яҡтағы балыҡсыларға ла, һунарсыларға ла яҡшы таныш. Ауыл атамаһын йөрөткән күлдә ниндәй генә балыҡ юҡ! Өҫтәүенә һунар хужалығы ла күптәрҙе ылыҡтыра.
Күптән түгел урындағы халыҡ тәбиғәт ҡосағында Ауыл көнөн байрам итте. Имам Мирас Ғәтиәтуллин доға ҡылып, сараны асҡандан һуң һүҙҙе муниципалитет башлығы Гөлбаныу Үлмәҫҡолова алды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлбаныу Йәнтүрина, райондың Ветерандар советы рәйесе Рәшит Фазылов, өлкә парламенты депутаттары Дмитрий Мешков менән Сергей Турковскийҙың ярҙамсылары ҙур байрам менән тәбрикләне һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Был көндө күптән күрешмәгән ауылдаштар осрашты, кинәнеп аралашты, ял итте. Моңло йырҙарҙан һәм дәртле бейеүҙәрҙән торған ҙур концерт, башҡорт тирмәһе, сауҙа рәттәре, балалар өсөн аттракциондар, мауыҡтырғыс уйындар һәм бәйгеләр байрамға йәм өҫтәне.