Туй арҡылы тунлы булдыҡ...27.01.2012
Уҙған йыл аҙағында Таллинн ҡалаһындағы “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни йәмғиәтенең йәш ағзалары, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашыу уңайынан Башҡортостанға килеп, Өфө, Салауат ҡалаларында һәм Саҡмағош районында ҡунаҡта булғайны. Бер аҙҙан редакцияға йәмғиәт рәйесе Флүзә Хәйруллинанан хат килеп төштө.
“Ата-бабалар төйәгенән бай тәьҫораттар, күтәренке күңел менән ҡайттыҡ, – тип яҙа ул. – Башҡортостандағы бейеү байрамына төрлө республикаларҙан вәкилдәр килеүе, сәхнәнең гөрләп тороуы өсөн бер һөйөнһәк, милләттәштәребеҙ, туғандарыбыҙ менән аралашыу тағы ла мең шатлыҡ өҫтәне. Башҡорт бейеүе менән бер рәттән бүтән төркиҙәрҙең, Кавказ халыҡтарының сәнғәт ҡомартҡыларын күрергә насип булды”.
“Ағиҙел” мәҙәни йәмғиәте ағзалары үҙебеҙҙең милли бейеүҙәр менән яҡшы таныш икән, шуға ла байрамға башҡортса репертуар әҙерләгәндәр. Тик ойоштороусылар эстон мәҙәниәтен дә сағылдырыуҙарын һорағас, милли кейем йүнләп, хореограф яллап, тиҙ арала “Каражаан” һәм “Раксижаак” бейеүҙәрен үҙләштерергә тура килгән.
“Туй арҡылы тунлы булдым, тигән, имеш, бер кейәү. Ваҡытты бушҡа уҙғарманыҡ: һеҙҙәге хореографтарҙан башҡорт бейеүе буйынса дәрестәр алдыҡ, сәнғәт оҫталарынан ҡурайҙа уйнарға өйрәндек, – ти Флүзә. – Дүрт көнлөк сәфәрҙә ҡырыҫ ҡыштың ни икәнен күрҙек, ә Эстонияла был ваҡытта ямғыр яуа ине. Шуныһын әйтке килә: ҡунаҡ итеп көтөп алған туғандарыбыҙҙың, башҡорт ҡоролтайы ағзаларының күңел йылыһы, тәмле һыйы һалҡында беҙҙе өшөтмәне. Бик күп бүләк алдыҡ, байтаҡ нәмә хаҡында һөйләштек. Өрмәгән ергә ултыртманылар, барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерге килә”.
Ә. САФИН.


Вернуться назад