Яҙмыш елдәре йыраҡҡа алып киткәндә тыуған ер айырыуса ҡәҙерле була. Иҫкә төшкәндә (ә ул хәтерҙән сығамы икән!) йөрәк елпенеп, ҡағынып-ҡағынып китә. Туған моңдар, әсә теле һәр саҡ юлдаш булып ҡала. Марий Иле Республикаһының Йошкар-Ола ҡалаһында йәшәүсе Муса Нурдәүләтов өсөн туған тел менән ҡурай моңо – сит ерҙәрҙә айырылғыһыҙ юлдаш, күңел ҡанаты.
Муса Солтанморат улы сығышы менән, үҙе әйтмешләй, алтын хәрефле Алғаҙы ауылынан. “Ни өсөн алтын хәрефле?” – тигән һорауға ул: “Ҙ, ҫ хәрефтәре башҡорт телендә генә бар, ә улар алтын хәрефкә тиң”, – тип яуапланы. Башланғыс белемде Муса тыуған ауылында ала, артабан Юлдыбайҙа уҡый. Мәктәптән һуң Баймаҡ тау-металлургия техникумын тамамлай. Ул йылдарҙа белгестәр йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрелә. Муса Солтанморат улы географик яҡтан яҡыныраҡ булған Марий Иле Республикаһын һайлай.
...Бына Муса бөтөнләй сит-ят ерҙә баҫып тора. Бер ниндәй ҙә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғоһо юҡ. “Нисек тә яраҡлашырға кәрәк,” – тип уйлап ҡуя. Эсе боша башлай, тыуған яҡтарына ҡайтҡыһы килә. Шуға ла күңелен тултырыу өсөн тиҙ генә тимер көпшәнән ҡурай яһап, моңланып ала. Хеҙмәткә бағышланған ғүмер юлы ошолай башлана.
Тиҙҙән яҡшы белгесте заводта үрләтәләр, баш механик вазифаһын йөкмәтәләр. Башҡа милләт һылыуҡайына ғашиҡ була, ғаилә ҡора. Бер-бер артлы балалары донъяға килә. Ул шулай тормош ағымына бирелә. Бер яҡтан уйлап ҡараһаң, барыһы ла яҡшы кеүек: һәйбәт эш, татыу ғаилә, шау-гөр килеп йөрөгән балалар... Күңеле генә тынғы тапмай. Ниҙер көтә, өмөт итә. Был бушлыҡты Муса ҡурай менән тултырырға тырыша. Ул ғына ла түгел, Башҡортостанға ҡайтып, ҡурай буйынса төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. Хатта еңеүсе дипломдары менән дә бүләкләнә.
Шөкөр, ситтә йәшәгән яҡташтарын башҡорттар тарта, рухи аҙыҡ өләшергә тырыша. Марий Илендә йәшәп тә, башҡорт моңона тоғро ҡалған яҡташыбыҙ шулай бер мәл бөйөк ҡурайсы Ғата Сөләймәнов менән таныша. Был хәл 1967 йылда була. Ғата Зөлҡәфил улы егеткә ҡурай бүләк итергә һүҙ бирә. Вәғәҙә – иман, тиҙәр. Тиҙҙән почта аша биш ҡурай, уны уйнау ысулдарын өйрәткән кассеталар килә. Тормошо йәнләнеп киткәндәй була. “Сит ерҙәрҙә йәшәгәндә ҡурайың булмаһа, 20 адвокат та һинең башҡортлоғоңдо иҫбатлай алмаҫ. Ҡурай – ул башҡорт әләме. Мин уны үҙем менән ғорур йөрөтәм”, – ти яҡташыбыҙ был турала.
Муса Солтанморат улы өсөн ҡурай тере йән эйәһе кеүек, ул уны ҡәҙерләп кенә һәр саҡ үҙе менән алып йөрөй. Күренекле дәүләт эшмәкәре З. Аҡназаровтың 75 йәшлек оло юбилейына ла ҡурай бүләк иткән. “Бик тәбиғи килеп сыҡты. Сәхнәгә сығып “Урал” көйөнөң яртыһын уйнаным да, ҡапыл ғына туҡтап, уйнап торған ҡурайымды бүләк иттем дә ҡуйҙым. Бик ныҡ шатланды”, – ти яҡташыбыҙ, бер аҙ хәтирәләргә бирелеп.
Муса Солтанморат улы, хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙе кеүектәрҙе бер урынға туплап, Марий Иле башҡорттарының ҡоролтайын ойоштороп ебәрә. Башҡорт милләтенән булғандарға ҡурайҙа уйнау серҙәрен өйрәтә ул. “Башҡорт рухы милли ғорурлыҡтан килә. Тел байлығы һоҡландыра, ғорурлыҡ тойғоһон арттыра. Ә милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙа милли рух менән һуғарылғандар ғына уйнарға тейеш!” – ти ул был турала. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда ойошторолған ҡурай конкурстарында әүҙем ҡатнашыуын дауам итә. Октябрский ҡалаһында үткән ярышта ул ҡунаҡ булараҡ сығыш яһай. Бында ул аралашыуҙан рухи байлыҡ алып ҡайта.
Муса Солтанморат улының сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары 1996 йылда Башҡортостандың, 2004 йылда Марий Иле Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме менән баһаланған.
Нисек сит ерҙә йәшәп, башҡорт мәҙәниәтен күтәреп, етмәһә шул илдә яҡшы баһа алырға, маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булырға мөмкин? Муса Солтанморат улы был һорауға бик ябай ғына яуап ҡайтарҙы: “Был төбәктә төп милләткә ҡарата артыҡ һөйөү тойғолары тәрбиәләнмәй. Туған тел мәктәптәрҙә ата-әсә теләге буйынса ғына уҡытыла”.
Сит ерҙәр ниндәй генә дан-шөһрәт килтерһә лә, ҡурайсы яҡташыбыҙ Башҡортостанға ҡайтырға хыяллана. Хатта быны мосолмандарҙың хаж ҡылыуына тиңләй.
“Һағындыра бит ул тыуған яҡ!” – билдәле йырҙа тап ошондай һүҙҙәр бар. Муса Солтанморат улы ла тыуған яҡтарына ҡарата һағыш тойғолары менән йәшәй. Киләсәктә яҡташыбыҙға уңыш йылмайып, Башҡортостанға ҡайтып йәшәргә яҙһын, тип теләйек!