Хәлемдән килһә...05.09.2014
Һәр халыҡтың иле, теле, мәҙәниәте, тарихы, дине, ғөрөф-ғәҙәте булырға тейеш. Шул төшөнсәләр юҡ икән, халыҡ йотола. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы был йәһәттән ниндәйҙер кимәлдә һаҡлаусы, яҡлаусы булып тора, әлбиттә. Әммә был ғына аҙ.


Ер шарында эреле-ваҡлы дәүләттәр күп. Уларҙың именлеген һаҡлау мәсьәләһе бик етди. Айырыуса аҙ һанлы халыҡтарҙың, милли республикаларҙың хоҡуҡтары ҡыѕылыуы хаҡында һөйләп тә тораһы түгел. Миѕал өсөн тел уҡытыу тармағын ғына алып ҡарайыҡ. Бөтә идара итеү беҙҙә урыѕ телендә алып барыла. Саҡ ҡына туған телеңде үѕтереү яғын ҡараһаң, һин – милләтсе. Сепаратист ярлығын тағырға ла күп һорамайҙар.
Элек башҡорттар берҙәм йәшәгән, азатлыҡ даулап дәррәү яуға күтәрелгән, үҙаллылыҡ өсөн көрәшкән. Хәҙер быларҙың барыһы ла тарихта ғына ҡалды. Суд, идара итеү тармағында ла шул уҡ хәл. Ҡайҙа бар башҡортса суд эшмәкәрлеге? Ҡайһы түрә һинең менән башҡортса һөйләшә? Аралашыу түгел, ҡайһы бер етәкселәр хатта үҙ телен белмәй... Ғөмүмән, власть органдарында ике телде лә һыу кеүек эскән кешеләр ултырырға тейеш, минеңсә.
Ситкә тартылған милләттәштәребеҙҙе ҡайтарыу, бөтөп барған ауылдарҙы тергеҙеү, мәктәптәрҙе һаҡлап алып ҡалыу... Быларҙың барыһы ла халҡыбыҙҙың киләсәгенә, уның иртәгәһе яҙмышына барып төртөлә бит. Милли үҙаңыбыҙҙы юғалтмайыҡ! Элек, исмаһам, паспортта ниндәй милләттән булғаның күрһәтелә ине, хәҙер уныһы ла юҡ. Һуңғы йылдарҙа БДИ-лары менән балаларҙың аңын томалайҙар. Ярай, юғары балдар йыйып, егет-ҡыҙҙарыбыҙ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына уҡырға инде лә, ти. Ә уларҙың кире Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырына кем гарантия бирә?
Һуңғы ваҡытта миңә бер уй тынғы бирмәй: үҙебеҙҙе яҡлай, һаҡлай белмәйбеҙ. Бер генә миѕал. Ҡаһарман батырыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәнов һаман Александр Матросов булып йөрөй. Ниңә түрәләрҙе, белгестәрҙе, тарихсыларҙы, журналистарҙы йыйып алып, шул мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп ҡуймаѕҡа!? Нисәмә йыл инде генерал Шайморатов, Рейхстагка Еңеү байрағын ҡаҙаған Заһитов кеүек батырҙарыбыҙ телгә алынмай. Дүрт орденлы Башҡортостан ерендә йәшәйбеҙ. Халҡыбыҙ эшсән, тырыш. Дөрөѕ йүнәлеш бирергә генә кәрәк.
Коррупцияға ҡаршы көрәш мәсьәләһе лә оран һалыуҙан ары китмәй. Бергәләп урлашалар, бергәләп яҡлашалар. Элек ярты тоҡ фуражды рөхсәтһеҙ алһаң да, төрмәгә ултыртып ҡуйырҙар ине, хәҙер тоҡлап-тоҡлап алтын урлаһаң да яза юҡ. Йылдан-йыл миллионерҙар, миллиардерҙар күбәйә. Сәйер, көндө төнгә ялғап тир түккән ябай халыҡтың башы һаман фәҡирлектән сыға алмағанда, улар нисек йомшаҡта ултырып кеѕә ҡалынайта икән ул?..
Бөгөн Башҡортостандың күп байлығы ситкә ағыла. Бюджетҡа керемдең яртыһы ла үҙ ҡаҙнабыҙға «йоҡмай». Эх, хәлемдән килһә... Үҙебеҙҙең халыҡтан артҡанды ғына бүлешер инем. Эшһеҙлек мәсьәләһе лә көн ҡаҙағында ҡала. Күпме кеше шул арҡала ситкә китергә мәжбүр! Һөҙөмтәлә ғаиләләр тарҡала, балалар атайһыҙ үѕә… Хәйер, был етешһеҙлектәрҙе Президент ҡына хәл итә аламы икән? Был осраҡта әкиәттәге ише тылсымлы таяғың булһын ине ул. Һәр кемгә – эш урыны, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Мәғариф системаһының, милләт мәсьәләләренең көйләнеүен теләр инем. Иң мөһиме ­– башҡорт телен һаҡлап алып ҡалыр инем.






Вернуться назад