Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары һәм Секретариат хеҙмәткәрҙәре лә республиканың төньяҡ-көнбайышында дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам итеү маҡсатында аҡса йыйыу өсөн асылған махсус иҫәпкә бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар итте.
Әүәлерәк депутаттар Краснодар крайында һыу баҫыуҙан, Иглин районындағы Урман ҡасабаһы эргәһендә арсенал, быйыл ғинуарҙа Яңауылда газ шартлауҙан зыян күргәндәргә ошондай уҡ ярҙам күрһәткәйне. Парламентарийҙар шулай уҡ Ҡырымдың Белогорск районына булышлыҡ итте.