Төбәк башлығы өлгөһө05.09.2014
Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов республиканың төньяҡ-көнбайышында дауылдан зыян күргәндәргә ярҙам йөҙөнән аҡса йыйыу өсөн асылған махсус иҫәпкә бер көнлөк эш хаҡын күсерҙе.

Бынан тыш, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция шарттарын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышында ла Рөстәм Хәмитов сарала ҡатнашыусыларға ошондай тәҡдим индерҙе. Тәүгеләрҙән булып төбәк башлығының был тәҡдимен Президент Хакимиәте һәм Хөкүмәт хеҙмәткәрҙәре ҡабул итте.
Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин ултырышта Рөстәм Хәмитовҡа Ҡырымдың Белогорск районы халҡының һәм етәкселегенең рәхмәтен еткерҙе. Депутаттар күптән түгел генә был төбәктә командировкала булып ҡайтҡайны. Мәғлүмәттәрҙә билдәләнеүенсә, Ҡырымға иң ҙур ярҙамды Башҡортостан күрһәткән.
Рөстәм Хәмитов Белогорск районына ярҙам итеүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте һәм әле Краснокама, Яңауыл һәм Ҡалтасы райондары халҡының да ошондай уҡ ярҙамға мохтаж булыуын билдәләне.


Вернуться назад