Кисә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев “тура бәйләнеш”тә республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе.
Күптәрҙе теркәүҙән төшөрөү танытмаһын алыу тәртибе, үҙ йортоңда һайлау мөмкинлеге, ваҡытынан алда тауыш биреү ҡағиҙәләре борсой ине. Ҡайһы берәүҙәр үҙ участкаларына исем ҡушыу мәсьәләһен дә күтәреп сыҡты. Ундайҙарға Хәйҙәр Арыҫлан улы киләсәктә лә әүҙем булырға, урындағы халыҡ менән кәңәшләшеп эшләргә кәңәш бирҙе. “Хикмәт исемле участкаларҙың һанында түгел, ә сифатлы эшмәкәрлегендә. Әгәр участка билдәле шәхестең исемен йөрөтөп тә, юғары күрһәткестәргә өлгәшә алмай икән, унан ниндәй файҙа?” — тине ул.
Был көндө Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе өс тиҫтәгә яҡын шылтыратыу ҡабул итте. Халыҡты бороған һорауҙарға яуаптарҙы гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.