2015 йылда Өфөлә уҙасаҡ ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүгә кәмендә 500 ирекмән йәлеп итеү күҙаллана. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында «Өфө-2015» ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө директоры Руслан Мирсаяпов хәбәр итте.
Саммиттарға волонтерҙарҙы әҙерләүсе оператор – Рәсәй йәштәр союзының төбәк бүлексәһе – махсус өс баҫҡыслы уҡытыу программаһын эшләгән. Программаға ШОС һәм БРИКС ойошмаларының барлыҡҡа килеү тарихы, уларҙың эш үҙенсәлеге тураһындағы мәғлүмәтте еткереү, ҡатнашыусы илдәрҙең тарихы, мәҙәниәте һәм милли йолалары менән таныштырыу, шулай уҡ ирекмәндәрҙе баһалау һәм араларынан лидерҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән бер нисә тест инә.
Сентябрҙән майға тиклем Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһындағы «Эшлекле һөйләшеүҙәр һәм ораторлыҡ оҫталығы мәктәбе»ндә эшлекле коммуникация оҫталығын үҫтереү буйынса уҡыу үткәреләсәк. Шул уҡ осорға ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу объекттарында махсус уҡыуҙар ҙа ҡаралған.
Офис-төркөм директоры Руслан Мирсаяповтың әйтеүе буйынса, 500 ирекмәнде уҡытыуға 2,5 миллион һумлап аҡса талап ителә. Әммә уларҙың һаны 800-ҙән артыуы ихтимал, тимәк, сығымдар артасаҡ.
18 йәштән өлкәнерәк һәр кем волонтер була ала. Ғаризалар ҡабул итеү һәм ирекмәндәрҙе артабан уҡытыу өсөн 3 сентябрҙән алып махсус сайт һәм социаль селтәрҙә төркөм эшләй башланы. Бынан тыш, (347) 266-01-50 телефоны буйынса “ҡыҙыу линия” ойошторолған, унда волонтерҙарға бөтә кәрәкле мәғлүмәт биреләсәк.