Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының Балтик буйы төбәгендәге вәкиле Рина Хәмитова Эстонияның Палдиски ҡалаһында Ҡала Йыйылышы рәйесе Николай Пичугов менән эш осрашыуы үткәреп, хеҙмәттәшлекте дауам итеү мәсьәләләре хаҡында һөйләшкән. Мәғлүм булыуынса, был ҡала етәкселеге Рогервик зинданында һәләк булған башҡорт батыры Салауат Юлаев тураһындағы иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай.
Николай Пичугов Рина Хәмитованан милли геройыбыҙға, Салауат районының халҡына һәм тәбиғәтенә бағышланған яңы баҫмаларҙы ихлас ҡабул иткән. Уларҙы Палдискиҙағы Салауат Юлаев музейына Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Өлфәт Йомағужин ебәргәйне. Ҡала Йыйылышы рәйесе әңгәмә барышында Латвиялағы башҡорт диаспораһына йәмәғәт эшендә уңыштар теләгән. «Ҡала йәмәғәтселеге урындағы власҡа башҡорт һабантуйҙары һәм концерттарының даими үткәрелеүен һорап мөрәжәғәт итте, – тигән ул. – Бөгөн бында Салауат Юлаевтың кемлеген һәм башҡорт мәҙәниәтенең иҫ киткес бай булыуын һәр кем белә».
Палдискиҙа әле милли батырыбыҙҙың музейын киңерәк бинаға күсереү хаҡында һүҙ бара, уның исемендәге урам да заманса үҙгәреш кисерәсәк. Ғөмүмән, Салауат Юлаевҡа бәйле барлыҡ объекттарҙы ҡала етәкселеге үҙ иҫәбенә тота. «Башҡортостан менән Палдиски туризм буйынса берлектәге программа төҙөһә, был ике төбәккә лә эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ярайһы уҡ ҙур этәргес бирер ине, – тигән фекерҙә Рина Хәмитова. – Шул уҡ ваҡытта мәҙәни бәйләнештәрҙе киңәйтеү, милли батырыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дә мөмкинлек артасаҡ”.
М. ДАЯНОВ.