Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, әммә уның да сиге бар05.09.2014
Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, әммә уның да сиге бар Һаулыҡ — Башҡортостан Конституцияһы тарафынан яҡланған иң төп хоҡуҡтарҙың береһе. Йыл һайын Рәсәй Хөкүмәте граждандарҙы түләүһеҙ медицина ярҙамы менән тәьмин итеү буйынса Дәүләт гарантиялары программаһын ҡабул итә. Ауырыуҙың мәғлүмәтлелеген арттырыу, граждандарҙың үтенестәрен өйрәнеү тармаҡ етәкселәре яуаплылығында тип иҫәпләһәк тә, бөгөн һәр кемдән үҙ хоҡуҡтарыңды яҡшы белеү талап ителеүен онотмайыҡ.
Дәүләт халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу, ғүмер оҙайлылығын арттырыу өсөн бик күп аҡса түгә, һаулыҡ һаҡлауҙы бығаса тармаҡ тарихында күҙәтелмәгән модернизациялау программаһы тормошҡа ашырыла. Дауаханалар ҡиммәтле ҡорамалдар, технологиялар менән йыһазландырыла, заманса сәләмәтлек үҙәктәре булдырылды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, медицина ярҙамынан ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндәр һаны 50 процент самаһы тәшкил итә.
Халыҡты бөгөн нимә борсой? Ҙур көс һалып ҡабул ителгән закондар ғәмәлдә тәьҫирлеме? Медицина өлкәһендәге “ауыртҡан” урындарҙы яҡшыраҡ өйрәнеү, халыҡтың һулышын тойоу, ярҙамға мохтаждарға кәңәш биреү, юл күрһәтеү маҡсатында ойошторолдо ла инде бөгөнгө “тура бәйләнеш”.
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы МЫРҘАБАЕВА ике сәғәт буйына гәзит уҡыусыларҙы борсоған, тулҡынландырған һорауҙарға яуап бирҙе. Ҡайһы берәүҙәр бөгөн гәзит битендә сағылыш тапмаған ниәттәре һәм үтенестәренә өҫтәмә рәүештә өйрәнелгәндән һуң яҙма рәүештә яуап аласаҡ. Халыҡ мөрәжәғәттәре менән эшләү, аралашыу — парламентарийҙар эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлеш. Уҡыусыларыбыҙҙың теләге, баһаһы һәм фекере закондарҙы камиллаштырыуҙа, яңы ҡарарҙар сығарыуҙа этәргес көс булыуына өмөт итәбеҙ.
Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, әммә уның да сиге бар– Алло! Һаумыһығыҙ! “Тура бәйләнеш”кә эләктемме? Һеҙгә Баймаҡ ҡалаһынан 80 йәшлек Әхиәр Исхаҡов тигән бабай шылтырата. 2007 йылдан алып ҡаты сирләйем. Бүҫергә операция яһағандан һуң ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге бик насарланды. Аҙаҡҡы тапҡыр 2012 йылда район үҙәк дауаханаһында дауаландым, файҙаһы теймәне. Өфө табиптарына күренер өсөн йүнәлтмә бирмәйҙәр. Хәйер, унда кем мине алып барһын инде, кәлтер-бәлтер генә йөрөйөм.
– Әхиәр ағай, үтенесегеҙҙе аңланым. Әгәр һеҙҙе баш ҡалалағы Һуғыш ветерандары госпиталенә дауаланырға һалһаҡ, риза булырһығыҙмы?
– Риза булмаған ҡайҙа ти ул! Тик әбей менән бергә барам. Уның да һыҙламаған, ауыртмаған ере юҡ... Рәхмәт йылы һүҙегеҙгә.
– Ярар, ағай. Шылтыратыу көтөгөҙ.
– Һеҙгә Ейәнсура районының Юлдыбай ауылынан шылтыратабыҙ. Сәйфулла Шәйхетдинов булам. Абҙан ауылындағы участка дауаханаһын япҡас, тере ҡулһыҙ ҡалдыҡ. Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бар-барлығын, тик йәй буйы бикле тора, сөнки ялға киткән фельдшер урынына башҡа белгесте ҡуймайҙар. Бына әле улымдың яраһын бәйләтеү өсөн 12 саҡрымдағы Абҙанға барып ҡайттыҡ. Бөтә ауыл халҡы медицина ярҙамына интегеп йәшәй. Иҫәнғолдағы район дауаханаһына ҡаты сирләп тә эләгә алмайһың, бөтә яуаптары — “урын юҡ”. Рәхмәт инде ырымбурҙарға, Ҡыуандыҡ дауаханаһы табиптарына, сит төбәктән һеҙ, тип тормайҙар, яҡшы ҡабул итәләр.
– Сәйфулла Фәйзулла улы, фельдшер-акушерлыҡ пунктының йәй буйы бикле тороуы менән килешеп булмай, әлбиттә. Райондың баш врачы отпусктар осоро башланмаҫ элек мәсьәләне хәл итергә, ялға китеүсе урынына яңы белгес тәғәйенләргә йә иһә күсмә медицина бригадаларын ойошторорға бурыслы ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мөрәжәғәттәрҙән күренеүенсә, был мәсьәлә бер һеҙҙе генә борсомай: ФАП та, ҡорамалдар ҙа бар, ә фельдшер юҡ. Өфөгә килеп дауаланырға теләгегеҙ булһа, заманса йыһазландырылған Һуғыш ветерандары госпиталенә урынлашырға ярҙам итербеҙ. Уйлашығыҙ.
– Һаумыһығыҙ, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы! Яҡта­шығыҙ Владик Ҡыҙрасов шылтырата. Күгәрсен районының Аҙнағол ауылынан. Халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләр буйынса даими рәүештә “тура бәйләнеш”тәр үткәргән “Башҡортостан” гәзите редакцияһына ҙур рәхмәт.
Район дауаханаһы һәм поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәренә дәғүәбеҙ юҡ. Әммә ҡайһы бер тикшеренеүҙәрҙе үтеү өсөн (мәҫәлән, эхокардиографияны) тейешле ҡорамалдарҙың юҡлығы йәнде ҡыя. Ҙур ҡалаларға барыу өсөн халыҡҡа транспорты ла, аҡсаһы ла, ваҡыты ла кәрәк бит. Ошо мәсьәләне хәл итеү юлдары бармы? Гирудотерапия ярҙамы ла беҙҙе ҡыҙыҡһындыра.
Сабырлыҡтың төбө – һары алтын, әммә уның да сиге бар– Юғары технологияларҙы, ҡиммәтле тикшеренеү ҡорамалдарын һәр дауаханаға ҡуйып булмай. Улар муниципаль-ара үҙәктәрҙә тулы ҡеүәтенә эшләргә тейеш. Ҡорамалды һатып алыу, урынлаштырыу менән генә эш бөтмәй бит, иң мөһиме – уларға идара итә белгән кадрҙар кәрәк. Әлегә ул йәһәттән ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Һеҙ күтәргән мәсьәләне райсовет депутаттары менән бергәләп ыңғай хәл итергә мөмкин. Халыҡты йыйып, микроавтобус менән Күмертау дауаханаһына тикше­ренеү үтергә алып барыуҙы ойоштороу ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ ине. Ауылдаштарығыҙҙың мәнфәғәттәрен яҡлауығыҙ өсөн рәхмәт.
Ә гирудотерапия кабинетын (һөлөк һалыу), әлбиттә, асырға була. Әлеге лә баяғы, үҙ эшенең оҫталары, белгестәр кәрәк.
– Беҙ Салауат районының II Иҙелбәк ауылында йә­шәйбеҙ. Ирем менән ике инвалид бала тәрбиәләп үҫтер­ҙек. Тыумыштан һөйәктәре мурт, йәғни тиҙ һыныусан. I группа инвалидтары, өлкәне — 1980, кесеһе 1998 йылғы. Үҙ аяғы менән йөрөй, үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған улдарыбыҙҙың хәлен еңеләйтер өсөн, исмаһам, уңайлы шарттары булған фатир алыуҙа ярҙам итһәгеҙ ине. 2003 йылдан сиратта тороуыбыҙға ҡарамаҫтан, хәл үҙгәрешһеҙ ҡала бирә. Икеһенең дә коляскаһы юҡ. Район үҙәгенән 50 саҡрым алыҫлыҡта йәшәгәнлектән, медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисерәбеҙ. 68 квадрат метр майҙанлы торлаҡта һигеҙ кеше торабыҙ. Өлкән улым өйләнгән, ике балаһы бар. Ярҙам һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек — хәлебеҙҙе аңлаған кеше юҡ.
– Эйе, Рузана, һеҙҙең тормош хәлегеҙ менән “Башҡортостан”да донъя күргән мәҡәлә аша ла яҡшы танышмын (“Йәғләмүновтарҙың зарын кем ишетер?”, 28 август һаны). Һорауығыҙҙы телефон аша ғына хәл итеп булмай, мәсьәлә ҡатмарлы. Минең исемгә ғариза яҙы­ғыҙ, үҙегеҙгә төрлө инстанцияларҙан килгән яуаптарҙы, медицина белешмәләре күсермәләрен дә беркетегеҙ. Адрес түбәндәгесә: 450000, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17. Аҙаҡ һеҙҙең менән бәйләнешкә инербеҙ.
– Хәйерле көн! Һеҙгә Өфө районының Дмитриевка ауылынан Тәнзилә Назарова шылтырата. Табиптарҙың эш шарттары насар булыуына йәнебеҙ көйә. Ауырыуҙарға ла рәхәт түгел. Бынан әллә нисә йыл элек төҙөлә башлаған поликлиниканы һаман сафҡа индерә алмайҙар. Ошо арала ике-өс баш врач алмашынып өлгөрҙө. Яңы бинаны көтә-көтә көтөк булып бөттөк бит инде. Ҡасан асылыр икән?
– Өмөтөгөҙ һүрелмәһен, Тәнзилә апай. “Тура бәйләнеш”тә ҡатнашҡан, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Гөлнара Зинурова әйтеүенсә, быйыл көҙ поликлиника ауыл халҡын ҡабул итә башлаясаҡ. Күп ҡалманы, сабыр итегеҙ.
– Хәйерле көн! Күгәрсен районынан Мозафар Дауытов булам. Ғүмер буйы мал дауаланым, хәҙер үҙем ярҙамға мохтажмын. Республика онкология диспансерында дарыу алырға рецепт яҙып бирҙеләр. Әммә уны бер ерҙә лә буш бирмәйҙәр икән, 9 мең 270 һумға һатып алырға тура килде. Минең уны түләүһеҙ алырға хоҡуғым бармы?
– Әгәр һеҙ соцпакеттан баш тартмағанһығыҙ икән, һис һүҙһеҙ, бушлай дарыу алырға хоҡуғығыҙ бар. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланған түләүһеҙ дарыуҙар исемлегенә был препарат та ингән. Һеҙ социаль хеҙмәттәр алыуға хоҡуҡлы, льготаға эйә граждандарҙың Федераль регистрында теркәлгәнһегеҙ. Тимәк, врач (фельдшер) рецептары буйынса медицина ярҙамы стандарттарына ярашлы тейешле дарыуҙар менән тәьмин ителергә хоҡуҡлыһығыҙ. Медицина күрһәтмәләре булғанда шифаханаларға путевка алыу мөмкинлеге лә бар. Һеҙгә район дауаханаһы етәкселәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Дарыуға ваҡытында заявка бирһендәр.
– Мин, Ҡаҙанғолов Буранбай Яхъя улы, ғаиләм менән Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында йәшәйем. Врачтарҙың ғәфү ителмәҫлек хатаһы арҡаһында былтыр улым һәләк булды. “Ашығыс ярҙам” һуңлап килде, өҫтәүенә фельдшер тәүге ярҙамды дөрөҫ күрһәтмәне. Ҡарап тороп баланы үлтерҙеләр. Сибай ҡалаһындағы Тәфтиш комитетына ғариза яҙҙым, Прокуратураға мөрәжәғәт иттем. Ошоғаса бер яуап та юҡ, ғәйеплеләргә яза бирелмәне. Бындай ғәмһеҙлеккә, битарафлыҡҡа йән түҙмәй!
– Буранбай Яхъя улы, хәлегеҙҙе аңлайым, ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Минең исемгә рәсми хат яҙығыҙ. Ҡайһы инстанцияларҙан ниндәй яуап алғанһығыҙ — барыһын да ебәрегеҙ. Мәсьәләне мотлаҡ тикшерәсәкбеҙ.
– “Тура бәйләнеш”ме? Федоровка районының Юлдаш ауылынан Миңниса Ноғоманова булам. Форсаттан файҙаланып, шундай теләгемде еткергем килә. Халыҡ беҙҙә бушлай диспансерлаштырыу үткәрелеүе тураһында белмәй тиерлек. Ә бит һәр кем сәләмәтлеген хәстәрләп, ваҡытында тикшереү үтһә, мәлендә дауаланһа, отошло булыр ине.
– Бик мөһим мәсьәләне күтәрәһегеҙ, Миңниса Хәмиҙулла ҡыҙы. Әлегә бөтә кеше лә, ҡулында полис булып та, үҙ хоҡуҡтарынан файҙалана белмәй. Диспансерлаштырыуға республика һәм ил бюджеттарына ҙур күләмдә аҡса бүленә. 21 йәштән 90 йәшкә тиклемге һәр кеше өс йылға бер тапҡыр тикшереү үтергә тейеш. Диспансерлаштырыу менән генә эш бөтмәй, артабан нисек, ҡайҙа дауаланыуҙы табип менән кәңәшләшеп асыҡларға кәрәк. Иң мөһиме — диспансерлаштырыу формаль ғына ойошторолмаҫҡа, ауырыу өсөн һөҙөмтәле булырға тейеш.
Шифаханаларҙа ял итеү өсөн бушлай путевкалар хәҙер аҙ бирелә. Шуға күрә ошо бушлыҡты тулыландырыу өсөн тырышлыҡты ауырыуҙарҙың һаулығын реабилитация үҙәктәрендә нығытыуға йүнәлдерәсәкбеҙ. Эш башланып ҡына тора. Ҡайһы ҡалала, районда уны асыу ҡулайыраҡ булыр — бөтә фекер-тәҡдимдәр өйрәнелә. “Йәшел сауҡалыҡ”, “Йоматау” һәм башҡа шифаханаларҙа реабилитация койкалары булдырыу ҙа хәлде бер аҙ еңеләйтер, тип уйлайбыҙ.
— Һеҙгә көйөргәҙеләрҙән ҙур сәләм! Яҡшымбәт ауыл хакимиәте башлығы Рәүф Абдуллин булам. Беҙ һеҙҙе ҙур ышаныс менән депутатлыҡҡа һайланыҡ һәм яңылышманыҡ. Ваҡытында дауахананы бөтөрмәй һаҡлап ҡалыуҙа ныҡышмалылыҡ күрһәткәнегеҙҙе онотмағанбыҙ әле. Йәнә бер үтенес менән мөрәжәғәт итмәксебеҙ. Беҙҙең ауыл Советына 12 ауыл ҡарай. Биләмә ҙур, бөтәһе 3500 кеше йәшәй. “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендәге машинабыҙ ныҡ “ҡартайҙы”, яңыртырға кәрәк ине.
– Рәүф Тимерхан улы, иң ҙур рәхмәтте район хакимиә­те башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовҡа еткерһәгеҙ, дөрөҫөрәк булыр. Халыҡ мәнфәғәтен тәүге урынға ҡуйған, һәр мәсьәләне оператив хәл иткән етәкселәр менән эшләүе анһат ул. Ә үтенесегеҙгә килгәндә, былай хәл итәйек: һеҙ рәсми хат менән тәүҙә депутатығыҙ, элекке финанс министры Розалия Хисмәтуллинаға мөрәжәғәт итегеҙ. Минеңсә, ул үтенесегеҙҙе йәһәтерәк бойомға ашырыр. Унан яуап алыу менән миңә шылтыратығыҙ, килештекме?
– Салауат районының Радио ауылынан Сәкинә Хөббиева тигән инәйегеҙҙең һеҙгә һорауы бар. Былтыр көҙ мине Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса мохтаждар исемлегенә индерҙеләр. Оҙаҡламай туғыҙ ай тула, әммә әле булһа сертификат бирмәйҙәр.
Үҙәккә үткән икенсе мәсьәлә — ауылда ФАП була тороп та, фельдшер юҡ. 34 саҡрымдағы район үҙәгенә йөрөп нисек дауаланмаҡ кәрәк, ҡыҙым?
– Сәкинә апай, документтар Мәскәүҙән урап килгәнсе, байтаҡ ваҡыт көтөргә тура килә шул. Иң мөһиме — заявкағыҙ ҡабул итеп алынған. Аҙ ғына сабыр итегеҙ.
Һуғыш ветерандарын һәм уларҙың ғаиләләрен торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе әүәлгесә көн ҡаҙағынан төшмәй. Рәсәй Президентының “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында”ғы Указы айырым кон­тролгә алынған. Был йәһәттән эш һис тә зарла­нырлыҡ түгел: 2005 йылдың 1 мартынан һуң сиратҡа баҫҡан 8652 һуғыш ветераны торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Мохтаждар иҫәбе — 1652. Ә 2014 йылға ҡаралған федераль субвенциялар бары 639 ветеранды торлаҡ менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Ошондай шарттарҙа федераль бюджеттан күберәк аҡса бүлеү мәсьәләһен ҡуҙғатырға ниәтләйбеҙ.
Икенсе һорауығыҙ “тура бәйләнеш”тә йыш яңғыраған иң “популяр” мәсьәләләр рәтендә. Районығыҙҙың Миндеш ауылында ла фельдшер юҡлығы тураһында хәбәр иттеләр.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәкселәре белдереүен­сә, әлеге ваҡытта пункт фельдшеры декрет ялында булғанлыҡтан, медицина ярҙамын Малаяҙ үҙәк дауа­ханаһы күрһәтә. Аҙнаһына ике тапҡыр участка терапевы һәм педиатры ауылға килеп халыҡты ҡабул итергә тейеш. Киләһе йылдың 15 мартында көтөп алған фельдшерығыҙ декрет ялынан эшкә сығасаҡ. Йәнә һеҙҙе “сабыр итегеҙ” тип йыуатырға ғына ҡала.
– Хәйерле көн, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы! Аҡъяр үҙәк дауаханаһының баш табибы Семко шылтырата. Һеҙҙең фатихағыҙ һәм ярҙамығыҙ менән ете йыл барған “һаҡаллы” төҙөлөштө тамамланыҡ. Район дауаха­наһының яңы стационар корпусы бөгөн тулы ҡеүәтенә эшләй, тип һеҙгә һөйөнөп хәбәр итәбеҙ.
– Эштәрегеҙ уң булһын, Виктор Николаевич! Ҡорамалдар менән йыһазландырып бөттөгөҙмө әле?
– Тап ошо һорау башты ҡатыра ла инде. Финанслау тейешле кимәлдә булмағас, дәүләт гарантиялары программаһын үтәүе, да­уаха­наның матди-техник базаһын нығытыуы ауырлаша. Тәжрибәмдән сығып, үҙемдең бер фекерем менән уртаҡлашмаҡсымын. “Ауыл табибы” программаһы ниндәйҙер кимәлдә үҙен аҡлауына ҡарамаҫтан, етешһеҙ яҡтары ла күҙгә ныҡ бәрелә. Мәҫәлән, Ырымбур өлкәһенән беҙгә килгән өс табип та программаға ярашлы бирелгән миллион һумдарҙы беҙҙең райондан фатир алыуға тотонманы. Барыһы ла торлаҡты Ырымбурҙа һатып алды. Тимәк, уларҙың беҙҙә төпләнеренә, белгестәргә ҡытлыҡ бөтәсәгенә ышаныс юҡ.
– Һеҙҙең менән килешәм. Программаға үҙгәрештәр индереү кәрәктер, уға үҙебеҙҙең егет-ҡыҙҙарҙы йәлеп итеү отошлораҡ. “Ауыл табибы” программаһы илдең ауыл һәм ҡасабаларына өҫтәмә рәүештә 14 мең врачты урынлаштырырға мөмкинлек бирҙе. Ә быйылға планлаштырылған сығымдар иҫәбенә йәнә 5,9 мең белгестең өҫтәлеүе көтөлә. Әммә был һан да диңгеҙҙәге бер тамсылай ғына. Программа Рәсәй төбәктәре менән бергә финанслау шарттарында эшләй, шуға күрә был маҡсатҡа өҫтәмә аҡса йәлеп итеү мөһим. Был йәһәттән Татарстандың өлгөһө маҡтауға лайыҡ. Унда республика башлығы ҡарарына ярашлы йыл һайын төбәккә эшкә килгән 200 табип — 500 мең һум күләмендә (торлаҡҡа бирелгән дотацияны ла ҡушығыҙ), ә тар белгестәр эш хаҡынан тыш өҫтәмә түләүҙәр ала.
Ауыл ерендә эшләйәсәк һәр белгес менән айырым һөйләшергә, улар өсөн уңайлы эш, ылыҡтырғыс йәшәү шарттары булдырырға кәрәк. Һайлап алыу комиссия­һының баш табиптар менән ҡулға-ҡул тотоношоп, кәңәшләшеп эшләүе мөһим. Федераль бюджеттан 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелгән компенсация, республика ҡаҙнаһынан түләнгән 100 мең һум аҡса йәш белгес өсөн һис тә аҙ түгел. Минеңсә, кадрҙар менән тәьмин итеүҙе яйға һалыуҙа йәнә бер сараны ҡулланыу һөҙөмтә бирер ине. Медиктар өсөн махсус федераль ипотека булдырыуҙы күҙ уңында тотам.
Яңыраҡ Волга буйы федераль округында үткәрелгән Контроль-иҫәп палатаһының тикшереү һөҙөмтәһе менән таныштым. Ул да башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда Башҡортостанда финанслау күләменең етерлек кимәл­дә бүленмәүен раҫланы. Әлегә тармаҡты яңыртыу бары­шы мине ҡәнәғәтләндермәй, сөнки беҙ өмөт иткән күҙгә күренерлек уңыш күҙәтелмәй, дәүләт гарантиялары программаһы күләме тулыһынса үтәлмәй. Федераль Контроль-иҫәп палатаһы тикшеренеүе һө­ҙөм­тә­ләрен өйрәнеп, республика Хөкүмәтенә тәҡдимдәрем менән сығырға уйлайым. Финанслау мәсьәләһен хәл итмәйенсә, ауырыуҙарҙың ышанысын яулап булмаясаҡ.
– Һеҙгә Нефтекама ҡала Советы депутаты Фәһим Низамов мөрәжәғәт итә. “Зәңгәр экран”дарҙан көн дә тиерлек ауырыу балаларҙы дауалауға аҡса йыйыу, смс-хәбәрҙәр ебәреү тураһында иҫкә төшөрөп торалар. Бәлки, күп төрлө ойошмалар урынына ашығыс ярҙамға мохтаж сабыйҙар өсөн резерв фонды төҙөү маҡсатҡа ярашлы булыр ине?
– Дөрөҫөн әйткәндә, сабыйҙарҙы дауалау өсөн аҡса йыйыу яҡлы түгелмен. Ни өсөн тигәндә, хәҙер сит ил клиникалары менән тығыҙ бәйләнештә торған “хәйләкәр” ойошмалар етерлек. Икенсенән, балаларҙы бушлай дауалауҙа бығаса ҡаршылыҡтар күҙәтелмәне. Тейешле технологиялар булмағанда ауырыуҙар федераль средстволар иҫәбенә сит ил клиникаларына ебәрелде. Һәр хәлдә күп мәсьәләләрҙең сиселешен Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә табырға мөмкин. Федераль үҙәктә дауалау түләүһеҙ. Йыш ҡына ата-әсәләр, үҙҙәренең хоҡуҡтарынан файҙаланмай, шунда уҡ сабый­ҙарын дауалау өсөн төрлө сығанаҡтар эҙләргә тотона. “Ғәйеп атта ла, тәртәлә лә”, тигәндәй, министрлыҡ хеҙ­мәткәрҙәре халыҡҡа дөрөҫ, аңлайышлы мәғлүмәтте биреп еткермәй, күрәһең. Белешмә һәм буклеттар сығарып, халыҡҡа таратырға кәрәк. Һис шикһеҙ, мәрхә­мәтлек фондтарының йәшәүгә тулы хоҡуғы бар. Ҡайһы бер ҡаты сирлеләрҙе һауыҡтырыу өсөн ватан меди­цинаһы мөмкинлектәре сикләнгән осраҡтарҙа уларҙың ярҙамға ынтылыуын хупларға кәрәк.
– Илештәрҙән һеҙгә ялҡынлы сәләм! Баш врачтарҙың да башын ауырттырған һорауҙар етерлек бөгөн. Мин, район үҙәк дауаханаһы етәксеһе Хәлит Мөхәмәҙиев, һеҙгә оло үтенес менән мөрәжәғәт итәм. Бына тигән дүрт ҡатлы бинабыҙ бар, әммә финанс хәле маҡтанырлыҡ түгел. Иң “ауыртҡан” еребеҙ — йөк ташыу лифтының эшләмәүе. Ауырыуҙарҙы носилка менән ташыйбыҙ, ә көнөнә күпме кәрәк-яраҡты, йыһаздарҙы күтәреп-тө­шөрөргә тура килә. Лифтһыҙ йәшәүҙең барыбыҙ өсөн дә ниндәй ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙырыуын аңлайһығыҙҙыр инде.
– Хәлит Мазһар улы, минең исемгә хат яҙығыҙ, мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышырбыҙ.
– Һеҙгә Мәләүез ҡалаһынан Флорида Бикбаева шылтырата. Һуңғы осорҙа ҡулайлаштырыу тигән булып, дауаханаларҙы, фельдшер-акушерлыҡ пункт­тарын ябыу менән һис килешмәйем. Ауылдарҙа халыҡ медицина ярҙамына зар-интизар булып йәшәй. Кешеләрҙең һаулығында аҡса экономияларға тырышыу дөрөҫ түгел.
Икенсенән, үҙебеҙ ҙә сәләмәт тормош алып барырға, насар ғәҙәттәрҙән арынырға тейешбеҙ. Бөтә бәләне медицина эшмәкәрлегенә генә яп­һарыуҙан файҙа булмаҫ. Минеңсә, бөгөн табиптарға иҫкәртеү эшен көсәйтергә кәрәктер.
– Флорида Тәлғәт ҡыҙы, һеҙ дәүләт кимәлендә күтәрел­гән бик мөһим мәсьәләләрҙе ҡуҙғаттығыҙ. Хөкүмәт граж­дан­дарҙың һаулығын яҡшыртыу һәм ғүмер оҙайлығын арттырыу өсөн ифрат күп аҡса сарыф итә. Әммә сәлә­мәтлек күрһәткестәре сирҙәрҙең нәҫелдән күсәгилеш­лелеге, тирә-яҡ мөхит торошо һәм һаулыҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән генә билдәләнмәй бит. Беҙҙең һаулығыбыҙ йәшәү рәүешенә, ғәҙәттәребеҙгә, яҡында­рыбыҙға ҡарата иғтибарға, хәстәрлеккә лә ныҡ бәйле. “Сирҙе дауалауға ҡарағанда уны иҫкәртеү күпкә еңелерәк” тигән хәҡиҡәт иҫкермәгән әле.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә һаулыҡ иң ҙур ҡиммәт һәм байлыҡ тип һаналмай. Рәсәйҙәрҙең өстән бер өлөшө сәләмәтлек тураһында бөтөнләй хәстәрлек күрмәй, күптәр ауырып киткәс кенә һаулығы хаҡында иҫенә төшөрә. Беҙҙә хеҙмәткә яраҡлы халыҡ араһында үлем осраҡтары Европалағыға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк. Өлкәндәрҙең утыҙ проценты пенсия йәшенә лә етмәй вафат була. Беҙ күп тапҡырҙар телгә алған тармаҡты яңыртыу нигеҙендә лә яңы заманса технологиялар, ҡорамалдар, шифалы дарыуҙар ғына ятмай бит, иң мөһиме — сирҙе алдан иҫкәртеү. Ошо маҡсатта республикабыҙҙа 12 сәләмәтлек үҙәгенең ойошторолоуын белмәүселәр булһа, мотлаҡ уның эше менән ҡыҙыҡһынырға, түләүһеҙ тикшеренеү үтергә саҡырабыҙ.
— Мин Дыуан районының Мәсәғүт ауылында йәшәйем. Исем-шәрифем — Робинзон Мәғәнүр улы Зиннуров. Әгәр алдан яҙылмаған булһаң, поликлиника врачтары ҡабул итмәй йонсота. Тешем үҙәккә үтеп һыҙлағас, регистратуралағы ҡыҙҙарға мөрәжәғәт иттем. “Алдан яҙылырға кәрәк”, — тип, стоматологка инергә рөхсәт итмәнеләр. Ун көндән һуң ғына теш һыҙлауынан ҡотола алдым.
– Бындай осраҡта һеҙгә көнөндә ярҙам итергә тейеш­тәр ине. Стоматолог ҡабул итмәгән хәлдә поликлиника мөдиренә, баш табипҡа дәғүәгеҙҙе белдерергә хаҡығыҙ бар. Әгәр ярҙам ҡулы һуҙыусылар табылмаһа, ғариза яҙырға кәрәк. Бындай битарафлыҡ, баш-баш­таҡ­лыҡ менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килһә, Проку­ратураға мөрәжәғәт итеүҙән дә тартынырға ярамай.
– Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Бибисара Усманова булам. Балалар баҡсаһында эшләйем. Әсәйем – I группа инвалиды, уны ҡарарға кеше юҡ.
– Йәшәгән урынығыҙҙағы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге директорына үтенес менән мөрәжәғәт итегеҙ. Әсәйегеҙҙе ҡарау өсөн социаль хеҙмәткәр тәғәйенләүҙәре мөмкин.
– Һаумыһығыҙ! Өфөнән Рауил Ялсин ағайығыҙ булам. Инорс биҫтәһендә йәшәйем. “Берҙәм телефон” аша гематологка яҙыла алмай аптыраным. Был яңылыҡ врачтарҙың эшен генә еңеләйтте, ә ауырыуҙар өсөн файҙаһы аҙ. Өҫтәүенә ҡан анализы тапшырыу өсөн 13-сө дауахананың 1-се поликлиникаһына ас көйө барырға кәрәк. Анализды эргәләге шәхси клиникала бирер инем дә, хаҡы ҡиммәт — 400 һум.
– Ысынлап та, йыш ҡына операторҙар, шылтыратыуҙар күп булғанлыҡтан, телефон трубкаһын оҙаҡ алмай. Был осраҡта, әлбиттә, иң ҡулайлыһы — Интернет аша яҙылыу. Һеҙ һорауығыҙҙы алдан ебәргәнлектән, министрлыҡ вәкилдәре яуап әҙерләп өлгөрҙө. Халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу мәсьәләһе 13-сө ҡала клиник дауаханаһы етәкселегенә еткерелгән. Льготаға эйә булғандар һәм йөрөү ҡыйынлыҡ тыуҙырған өлкәндәр өсөн анализдарҙы өйҙә алыуҙы ойоштороу буйынса саралар күрергә тәҡдим ителгән. Һеҙгә сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ!

“Тура бәйләнеш”те
Динә АРЫҪЛАНОВА ойошторҙо.



Вернуться назад