Кешенең күңелен күрә бел03.09.2014
Беҙ бер туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, аралашабыҙ, сөнки һәр беребеҙҙең эш-хәрәкәте, фиғел-ҡылығы башҡа кешеләр донъяһына бәйләнгән.


Итальян әҙибе Джанни Родариҙың фәһемле бер әкиәте бар: унда донъя гиҙеп йөрөгән сәйәхәтсе төрлө илдәргә барып эләгә, төрлө кеше менән аралаша. Сәйәхәт елдәре уны күҙ асып йомғансы дөрләп янып китергә әҙер торған Һалам кешеләр иленә илтеп ташлай, мөхәббәт һәм күңел йылылығы тигән һүҙҙәрҙе ишетмәгән Боҙ кешеләр йәшәгән ерҙә лә, Балауыҙ, Быяла, хатта Шәкәр кешеләр төйәгендә лә булырға тура килә уға. Әлбиттә, был әкиәттең мәғәнәһе көн кеүек асыҡ: ҡаҡшамаҫ ихтыярлы, ҡаты күңелле кешеләр ҙә, юҡ-барға тиҙ ыуалыусан, һынғандар ҙа, тиҙ рәнйеп барғандар ҙа, һалҡын йөрәклеләр ҙә фани донъяла бик күп... Ә беҙ тирә-йүндәге кешеләр менән уртаҡ тел табырға әҙербеҙме, үҙебеҙҙе башҡалар менән итәғәтле, тәрбиәле тота беләбеҙме һуң? Кешеләр араһындағы мөнәсәбәт бөгөн бигерәк тә мөһим тип уйлайым.
Аралашҡан кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ булырға кәрәк. Юҡһа, беҙ бер-беребеҙгә ҡарата итәғәтле, иғтибарлы булаһы урынға йыш ҡына юҡ-бар өсөн дә асыуланышып, йөҙ йыртырға торабыҙ. Үкенескә, халҡыбыҙ араһында кеше хәленә ҡарата вайым­һыҙлыҡ, иғтибарһыҙлыҡ көсәйҙе, бөтә ерҙә лә тиерлек ту­паҫ­лыҡ хөкөм һөрә. Был күренеш бигерәк тә йәмәғәт транспортында, магазиндарҙа йыш күҙәтелә. Беҙ һәр саҡ ҡайҙалыр ашығабыҙ, көндәлек мәшәҡәттәргә сумып, бүтән­дәргә иғтибар итмәйбеҙ. Яҡындарыбыҙ менән йылмайып һөйләшер, ҡайғы-шатлыҡты уртаҡлашыр урынға, биргән һорауҙарына ла ҡоро ғына итеп яуаплайбыҙ. Ҡайһы саҡ бөтә асыуыбыҙҙы сығарырға ла күп һорап тормайбыҙ. Ә бит аҙым һайын осраған тупаҫлыҡ күтәренке кәйефте лә күҙ асып йомғансы юҡҡа сығарыу көсөнә эйә.
“Кешеләргә ниндәй мөнәсәбәттә булһаң, уларҙан да шундай мөғәмәлә көт” тигән әйтем бар халыҡта. Ысынлап та, кешегә йылы һүҙ әйтеү, миһырбанлыҡ күпселек осраҡта үҙеңә лә шундай уҡ ҡараш тыуҙыра.





Вернуться назад