Маҡсат – сәләмәт йәштәр тәрбиәләү03.09.2014
Маҡсат – сәләмәт йәштәр тәрбиәләү
Өфөләге Рәсәй ислам университетында бер төркөм йәштәр “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса координаторы Вил Ғабдуллин менән осрашты.


Кикбоксинг һәм көрәш сәнғәте буйынса 24 тапҡыр донъя чемпионы Вил Ғабдуллин менән университет проректоры Мөрсәл хәҙрәт йәштәргә халыҡ-ара сәйәсәт, уҡыу йорто, сәләмәт тормош, төрлө секталар, төркөмдәр йо­ғон­тоһона бирелмәү хаҡында һөйләне. Йәш быуынды физик культураға күпләп йәлеп итеүгә йүнәлтелгән бындай саралар бик файҙалы һәм һөҙөмтәле.
– Йәштәр көслө һәм һау-сәләмәт булып үҫергә тейеш. Уларҙа ватансылыҡ, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү – төп бурысыбыҙ, – тине чемпион.
Осрашыуҙа ул егеттәргә футбол һәм баскетбол туптарын бүләк итте.


Вернуться назад