1967 йыл. Район мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы алдынғыларының кәңәшмәһе бара. Шул саҡ трибунаға ыҡсым ғына кәүҙәле апай етеҙ аҙымдар менән күтәрелде лә шығырым тулы залға ҡарап башҡорт телендә сатнатып һөйләй ҙә башланы.
— Мин быйылғы юбилей йылында үҙемә беркетелгән һәр һыйырҙан кәмендә өсәр мең килограмдан ашыу һөт һауып алырға ҡарар иттем һәм райондың башҡа һауынсыларының да минең башланғысыма ҡушылыуҙарын үтенәм.
Был сая, һәр ваҡыт уңыш яулап өйрәнгән, районда ғына түгел, республикала билдәле Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз һауынсыһы Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы Фәйзуллина ине.
...Әле 15 йәше лә тулмаған үҫмер ҡыҙ ғаиләләге ҡустыларын туйындырыу, уҡытыу өсөн Түбә руднигына ҡараған Үрге Иҙрис ауылындағы эзбиз яндырыу карьерына эшкә урынлаша. Хеҙмәттә сынығыуҙы тап ошонда ала ул. Ауыр осор, эшсе ҡулдар етешмәй. Кескәй, әммә эшкә тилбер ҡыҙға ир-егет менән бер рәттән, ҡулына кәйлә тотоп, эзбиз яндырыу өсөн таш сығарырға ла тура килә. Бында тиҫтә йылдан ашыу тир түгә ул. Әммә эзбиз карьеры ябылыу сәбәпле, уға был эште ҡалдырырға тура килә.
Ошо йылдарҙа Түбәнге Иҙристә һөтсөлөк-тауар фермаһы ойошторола. Гәүһәр, һис тә икеләнеп тормайынса, шунда һауынсы булып урынлаша. Таныш булмаған эшкә ҡыйыуһыҙ ғына тотонған ҡыҙға тәжрибәле һауынсылар Асия Абдуллина менән Асия Таңғатарова ярҙамға килә. Ваҡыт үтеү менән уларҙың кәңәше һәм ярҙамы арҡаһында йәш һауынсы уңыш серҙәрен үҙләштерә башлай. Күп тә үтмәй, уға ун дүрт һауын һыйырын беркетеп ҡуялар. Ныҡышмал, тырыш ҡыҙ яңы һөнәренә етеҙ ылығып китә.
Ул саҡтағы ферма мөдире Әнүәр Мөхәмәтҡужиндың һәр малсыға ҡарата иғтибарлы һәм талапсан булыуы эшкә ҙур йоғонто яһай. Ошо дәүерҙә колхоздың өлкән зоотехнигы булып эшләгән Мәрйәм Дәүләтшина ла малсылыҡ тармағын алға ебәреүгә көсөн дә, белемен дә йәлләмәне.
Көн артынан – көн, йыл артынан йыл уҙа. Гәүһәр апай 1959 йылда, үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан 2895 килограмм һөт һауып, колхозда беренсе урынға сыға. Был уның тәүге хеҙмәт еңеүе була. 1962 йылда күрһәткесте 3085 килограмға еткереп, колхозда ғына түгел, район кимәлендә беренсе урынды ала. Уға “Башҡортостандың иң яҡшы һауынсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ошо йылдарҙа ферма йәш һауынсылар, быҙау ҡараусылар менән тулылана башлай. Коллективтың уңышы йылдан-йыл күбәйгәс, малсыларҙың эш күрһәткестәрен өйрәнеү, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында, район хужалыҡтарынан делегациялар ағыла башлай. Ферма районда беренселәрҙән булып “Коммунистик хеҙмәт бригадаһы” исемен яулау өсөн көрәшкә күтәрелә. Уның менән тәжрибәле һауынсы Гәүһәр Фәйзуллина етәкселек итә. Бер йылдан һуң маҡтаулы исем яулана: бригаданың һәр ағзаһына түшкә тағып йөрөтә торған билдә тапшырыла.
Йәштәрҙең кәңәшсеһенә әүерелгән тәжрибәле һауынсы 1965 йылда һәр һыйырҙан 3179 килограмм һөт һауып алып, районда үҙенсәлекле рекорд ҡуя.
Эшкә мөкиббән бирелгән тырыш һауынсының хеҙмәте илебеҙ тарафынан лайыҡлы баһаланды. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән 1966 йылда Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы Фәйзуллинаға район һауынсылары араһында беренселәрҙән булып Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелде. Уға “Алтын Йондоҙ” миҙалы һәм Ленин ордены тапшырылды.
Ябай ауыл ҡыҙының был юғары исемгә лайыҡ булыуы — хайран ҡалырлыҡ күренеш. Әммә Гәүһәр апай ошондай бейек үрҙәрҙе яулауға ҡарамаҫтан, һәр саҡтағыса үҙ эшенә ҡарата талапсан, намыҫлы булды, башҡаларға ҡарата тәкәбберлек күрһәтмәне, йәштәрҙе үҙ артынан эйәртеп, һәр кешегә ярҙам итергә тырышты. Колхозының киләсәге өсөн ал-ял белмәй фиҙакәр хеҙмәт өлгөһө күрһәтте, уның эш графигы таңғы биштән киске ун икегә тиклем һуҙылыр ине. Төшкө ике-өс сәғәтлек ялды иҫәпкә алмағанда, ҡалған ваҡытын фермала, һыйырҙары янында, үткәрҙе.
1967 йылда арҙаҡлы шәхесте Рәсәй Юғары Советына депутат итеп һайлап, уға тағы оло ышаныс күрһәтелде.
Дан өҫтөнә дан өҫтәп, Баймаҡ ҡыҙына 1974 йылда дәүләтебеҙҙең иң юғары наградаһы – икенсегә Ленин ордены тапшырылды.
1975 йылда Гәүһәр Садиҡ ҡыҙы колхозсыларҙың Бөтә Рәсәй съезына делегат итеп һайлана, съезд Советының ағзаһы булып китә. Бынан тыш, ул күп тапҡыр район, ауыл Советы депутаты, КПСС-тың Баймаҡ район комитеты ағзаһы булып торҙо. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуына ҡарамаҫтан, үҙенең төп эше – һауынсы икәнен иҫенән сығарманы. Хатта Мәскәүҙән сессиянан йәки берәй рәсми осрашыуҙан ҡайтып килешләй өйөнә лә инмәй тәүҙә фермаға – һыйырҙары янына – һуғылыу уның өсөн ғәҙәти хәл булды. Ул бар булмышы, йәшәү рәүеше менән колхозының, тыуған төйәгенең илһөйәре ине.
Ауылдаштары, район йәмәғәтселеге Герой йәшәгән Үрге Иҙрис ауылының иң күркәм урамдарының береһенә, Баймаҡ ҡалаһындағы бер урамға уның исемен бирҙе, Үрге Иҙрис мәктәбендә һауынсы хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Район етәкселеге алдынғы һауынсыға “Социалистик Хеҙмәт Геройы Гәүһәр Фәйзуллина исемендәге приз” булдырҙы. Ул йыл һайын еңеүсегә тапшырылып килә.
Йылдар үтә, кешеләр был донъянан мәңгелеккә китә. Әммә уларҙың эше, фиҙакәрлеге онотолорға тейеш түгел. Киләһе быуын да ошоно иҫендә тотһон ине.
Салауат МӨХӘМӘТШИН,
хеҙмәт ветераны.