Вәлидовтар рухы һүнмәҫ03.09.2014
Мәҡәлә тарихи хәҡиҡәтте бәйән итеүе менән күп милләттәштәребеҙҙе уйға һалған, күрәһең. Тарихҡа битараф ҡалмаған әүҙем замандашыбыҙ – Ишембай районы хакимиәте башлығы Марат Хөсәйен улы Ғайсиндан ошо яҙма хаҡында йылы йөкмәткеле хат килеп төштө редакцияға.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған ауылы Көҙәндең социаль-ижтимағи мәсьәләләренә һәр ваҡыт етди иғтибар бүленеүе билдәләнә хатта. Ауыл музейында тупланған экспонаттар фондының ҙур күләмле һәм үҙенсәлекле булыуы билдәле. Бөйөк шәхестең тормошона, эшмә­кәрлегенә ҡағылышлы күп ҡиммәт­ле әйберҙәрҙе ҡыҙы Иҫәнбикә ха­ным һәм улы Сүбиҙәй тап­шырған. Музейҙың эшмәкәрлеге тарихсы ғалимдар тарафынан да юғары баһалана.
“Һис шикһеҙ, Әхмәтзәки Вә­лидиҙең ата-әсәһе һәләтле ке­шеләр булған. Әсәһе Өммөлхәйәт Мөхәмәткәфей ҡыҙы Вәлидова 1946 йылда вафат була һәм Ишембай ҡалаһының элекке Кө­ҫәпҡол ауылы зыяратында ерлә­нә. Уның ҡәбере даими тәр­биә­ләнеп тора. Атаһы Әх­мәтша Әхмәтйән улы Вәлидов репрессияға эләгеп, 1937 йылдың 20 июлендә атып үлтерелә. Уның ҡәбере бөгөнгәсә табылмаған”, – тип яҙа Марат Хөсәйен улы.
Тағы ла ул Мәрйәм Бураҡае­ва­ның хаҡлы тәҡдим яһауы хаҡында әйтә. “Әлбиттә, Әхмәтзәки Вәлидиҙең ата-әсәһенә лә музейҙа урын табылырға тейеш. Музей залына ингән ерҙә улар тап балауыҙ һын рәүешендә булыр тип әйтә алмайым, был һорау буйынса фекерләшергә кәрәк”, – тип тамамлана хат юлдары.


Вернуться назад