Еңеүселәрҙән съезға теләктәр03.09.2014
5 сентябрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында республика муниципаль берәмектәренең V съезы була. Мөһим сара алдынан йыл да “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсы ойошторола. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге гәзит битендә донъя күрҙе. Әйтәйек, “2000-гә тиклем кеше йәшәгән иң яҡшы ауыл биләмәһе” номинацияһында Илеш районының Рсай, Көйөргәҙе районының Керәүле-Илюшкин, Ҡариҙел районының Яңы Бәрҙәш ауыл Советтары еңеү яуланы. Ғафури районының Красноусол, Күгәрсен районының Мораҡ, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауыл Советтары 2000-дән ашыу кеше йәшәгән иң яҡшы ауыл биләмәһе булараҡ танылды. Хәйбулла, Нуриман, Туймазы, Ишембай, Мәләүез, Өфө районы, Октябрьский, Күмертау ҡалаһы үҙидаралыҡтарының эшмәкәрлеге лә юғары баһаланды. Сара алдынан исемлекте йәнә байҡауыбыҙ юҡҡа түгел. Еңеүселәр съездан ниндәй ҡарарҙар көтә икән?

Әлфисә ҒИНДУЛЛИНА, Ҡа­ри­ҙел районының Яңы Бәрҙәш ауыл Советы эштәр ида­расыһы:
– Йәштәрҙең тормошон йәнлән­дереүгә, улар өсөн төрлө саралар ойоштороуға, спортты үҫтереүгә финанслау ҡаралһын ине. Юҡһа, күп хыялдар аҡса наҡыҫлығы арҡаһында ҡағыҙҙа ғына ҡала.
Рәмил ЙӘМИЛЕВ, Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауыл Советы башлығы:
– Тәү сиратта һалымдарҙы көй­ләгән аныҡ ҡарарҙар көтәм. Милеккә, ергә йыйылған аҡса менән генә ҡаҙнаны тулыландырыу мөмкин түгел. Тәҡдимем: эш­ҡы­уарҙарҙың һалым аҡсаһы тулы­һынса урында ҡалһын. Ул са­ғында эшләүе лә күпкә еңел­ләшәсәк, халыҡты борсоған мәсьәләләр ҙә ыңғай һәм тиҙ хәл ителәсәк.
Лүзиә ҒӘЙФУЛЛИНА, Йәр­мә­кәй районының Йәрмәкәй ауыл Советы эштәр идарасыһы:
– Иң киҫкен мәсьәлә — беҙҙең вәкәләттәр финанс яҡтан нығы­тылмаған. Әйтәйек, социаль программа сиктәрендә айырым ҡатлам кешеләрен торлаҡ менән тәьмин итеү ҡаралған. Тик ҡаҙнала аҡса булмағас, уны нисек хәл итәһең? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нимәгә тотонам тиһәң дә, юҡлыҡҡа барып төртөләһең.
Гөлнара КӘРИМОВА, Ишембай районының Ишәй ауыл Советы башлығы:
– Финанс ҡытлыҡ, күҙәтеү орган­дарының күплеге, янғын хәүеф­һеҙлеге (янғын һүндереү ма­­ши­налары иҫке), эшһеҙлек — былар барыһы ла көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләр. Шулай ҙа иң ҙур теләгем — ауыл ерендә иҫерткес эсемлек һатыусыларға ҡатыраҡ закон сығарһындар ине. Юҡһа, көнө-төнө араҡы һатып, халыҡты эскелек һаҙлығына ба­тырған “йүнсел” 1000 һум штрафын түләй ҙә кәсебен дауам итә.
Шәкир ДӘҮЛӘТШИН, Хәйбул­ла районы хакимиәте эштәр идарасыһы:
– Бөгөн килем һалымының ун проценты ғына муниципалитет­тарға ҡала. Был аҡса менән ниндәй “тауҙар” аҡтараһың инде? Унан һуң хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу эше лә быйылдан башлап үҙидаралыҡ иңенә һалынды. Эшҡыуарлыҡ тураһында күп һөйләйбеҙ. Был тармаҡта ла һалым мәсьәләһе көйләнмәй то­роп, алға китеш булмаясаҡ. Ҡыҫҡаһы, проблемалар етерлек. Съезд был йәһәттән этәргес булһын ине.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА
яҙып алды.



Вернуться назад