Стәрлетамаҡ районы хакимиәте республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса иҫәбенә һатып алынған ике МТЗ-82 тракторын ауылдарҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса бәйгелә еңеп сыҡҡан Ҡуғанаҡ менән Октябрь ауыл Советтарына тапшырҙы.
Биләмәләрҙә шәхси техниканың булмауы арҡаһында төҙөкләндереү эштәрендә ҡыйынлыҡтар тыуыуға күптәр зарлана. Әлбиттә, айырым хужалыҡтар, ойошмалар мөмкин тиклем ярҙам күрһәтергә тырыша.
Күптән түгел хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы. Икенсе йыл инде Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы аша ауыл ихтыяждарына аҡса бүленә. Төҙөкләндереү йәһәтенән әүҙем эшләгәндәргә өр-яңы техника алыу хоҡуғы бирелә. Былтыр, мәҫәлән, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн тейәгес экскаватор Рощинский ауыл Советына тапшырылған. Бынан тыш, “Муниципаль райондың иң төҙөк биләмәһе” бәйгеһендә беренсе урынды яулаған Отрада ауыл Советына 525 мең һум аҡса бүленгән. Уны Т-150К тракторын һатып алыуға тотонорға ҡарар ителгән.
Әйткәндәй, урындарҙа яңы техникаға ҡыуаныстың сиге юҡ. Төҙөкләндереү, биләмәләрҙе сүп-сарҙан, ҡарҙан таҙартыу, ремонт эштәрендә материал ташыу йәһәтенән уға ихтыяж ҙур.