Яңауыл районында прокуратура граждандарҙың һыу объекттарынан файҙаланыу хоҡуғын тергеҙҙе.
Урындағы халыҡ Ҡарман һыу һаҡлағысы ярын ҡуртымға алған 23 йәшлек эшҡыуарҙың пляжға барыу юлын ябыуына, ял итергә килеүселәрҙән 40-ар һум аҡса түләтеүенә ялыу яҙған.
Килешеү шарттарына һәм Рәсәйҙең Һыу кодексына ярашлы, эшҡыуар дөйөм файҙаланыуҙағы һыу ятҡылығына юлды ябыуға хоҡуҡһыҙ. Суд уға 40 мең һум штраф һалып, етешһеҙлекте төҙәтеү тураһында күрһәтмә бирҙе.
Һыра һатыуға ла сик барӨфөнөң Калинин районында 41 йәшлек һатыусыға хөкөм ҡарары сығарылды.
Май айында ул 17 йәшлек ҡыҙға һыра һатҡан. Февралдә генә ошо уҡ һатыусы үҫмергә алкоголь һатҡан өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, 30 мең һум штраф түләгән. Законды ҡайтанан боҙоу сәбәпле, был юлы уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Сауҙа хеҙмәткәре йәнә штраф түләйәсәк.
Хоҡуҡ һаҡсыһына ҡул күтәрмә
Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы Өфөлә йәшәгән 25 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты.
Ул полиция хеҙмәткәрен туҡмауҙа ғәйепләнә. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 31 июлдә ир ҡатынын һәм ике йәшлек улын ҡаты туҡмай. Күршеһе полиция саҡырта. Тәртип һаҡсылары ғаилә башлығын ҡулға алған мәлдә, ул көтмәгәндә ҡаршылыҡ күрһәтеп, власть вәкиленә һөжүм итә. Әле енәйәтте тикшереү бара.
Нәфсеһен тыя белмәгәс...Октябрьский ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәре заманса технологиялар ярҙамында юғалған аппаратты тапҡан.
45 йәшлек ҡатын ҡыҙының тыуған көнөнә бүләк ителгән 29 мең һумлыҡ “iPhone”ды урлауҙары хаҡында хәбәр итә. Асыҡланыуынса, ҡыҙ киоскта һатыусы булып эшләгән танышы янына килә. Тегеһе эш урынында үҙен бер аҙға алмаштырып тороуҙы һорай. Ҡыҙ киосктың асыҡ тәҙрәһе янында ятҡан ҡиммәтле аппаратты кәштәгә һалмайынса, ултырған урынында йоҡлап китә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре телефонды эҙләү өсөн “iPhone”ды табыу” тигән электрон ҡушымтаны файҙалана. Юғалған аппарат бер нисә минут эсендә теркәлгән номеры ярҙамында табыла. Уғрылыҡ өсөн бер нисә тапҡыр хөкөмгә тарттырылған 55 йәшлек ир ғәйебен тулыһынса таный. Әле хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ҡырын эш һәр саҡ фашланаТәүге ярты йыллыҡта тапшырылған һалым отчеттарындағы хаталар өсөн Башҡортостан ойошмаларына һәм эшҡыуарҙарына 32 миллион һумдан ашыу штраф, пеня, шулай уҡ өҫтәмә һалым һалынған.
Тикшереү һөҙөмтәһендә һалым ҡануниәтен 183 тапҡыр боҙоу осрағы асыҡланған. Ҡайһы берәүҙәр һалым һалыу базаһын күрәләтә кәметеп күрһәткән, икенселәре, табыш алыуға ҡарамаҫтан, “буш” отчеттар тапшырған. Контроль саралары һөҙөмтәләренә ярашлы, һалым органдары шулай уҡ 1,5 миллион һумлыҡ аныҡланған декларация алды.
Бындай тикшереүҙәр иң элек һалым йөкләмәһен тиң һәм тигеҙ бүлеү принциптарын боҙған намыҫһыҙ йүнселдәргә һәм ойошмаларға ҡағыла.
Башҡортостан Прокуратураһы, Рәсәй Тәфтиш комитеты, Федераль һалым хеҙмәте идаралыҡтары мәғлүмәттәренән.