Һуғыш ғәрәсәте ҡапламаһын03.09.2014
“Һуғыш... Һуғыш... Яҙмыштарҙы һыҙған, хыялдарҙы боҙған ҡаза был, кешелектең үҙе уйлап тапҡан, үҙ-үҙенә биргән яза был...”


Украинаның көньяҡ-көнсығышында һуғыш тынмай. Меңәрләгән ҡасаҡ һыйыныу урыны эҙләп Рәсәйгә килә. Илеш еренә лә 50 кеше аяҡ баҫты. Улар барыһы ла – Донецк өлкәһенән. Араларында төрлө һөнәр эйәләре бар: һатыусы, штукатур-буяусы, ашнаҡсы, инженер-химик, электромонтер һәм башҡалар. Тәүҙә ҡасаҡтар 86-сы лицейҙың дөйөм ятағында йәшәне. Матди һәм гуманитар ярҙам алды.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Р. Ғәлимов әйтеүенсә, бөгөн украиндарҙың барыһы ла урынлаштырылған. Әйтәйек, Оксана Сырова улдары менән Һеңрәндә төпләнгән. Ҡатын урындағы М. Горький исемендәге хужалыҡта һауынсы булып эшләй.
Райондаштарыбыҙ араһында ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡасаҡтарға ярҙам итергә теләгән мәрхәмәтле кешеләрҙең булыуы ҡыуаныслы. И. Шәмсетдинов, мәҫәлән, Ҡыҙыл Байраҡ ауылындағы йортона Курдюковтарҙы индергән. Әйткәндәй, хужа кеше заманында Украинала хеҙмәт иткән. Ғаилә ағзаларына “Үҙәк” МТС-ы” ауыл хужалығы предприятиеһының Илеш филиалынан эш урындары ла табылған. Елена Сыроватская ҡыҙы менән Уяндыҡ ауылындағы бер бүлмәле фатирға күскән, «Алһыу рауза» спорт-һауыҡтырыу комплексында официант һәм йыйыштырыусы булып эш башлағандар.
Ҡасаҡтарҙы күпләп ҡабул иткән ауылдарҙың береһе – Ҡарабаш. Бында ла украиндарға уңайлы көнкүреш шарттары булдырылған.
– Беҙҙе ихлас ҡаршы алдылар. Бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Был тиклем ауырлыҡтарҙы кисергәс, Украинаға кире ҡайтыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Бәлки, бында төпләнербеҙ, — ти улар.
“Ер йөҙөндәге тыныслыҡты юғалтҡан, шат күңелдәрҙе илатҡан, әҙәмдең тормошон ҡыйратҡан ҡанлы һуғыш! Туҡта! Туҡта!! Туҡта!!!” — тип яҙған йәш шағир Шамун Фидаи. Уның һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Иртән торғанда күк йөҙө аяҙ, күңелдәребеҙ тыныс, йорт-еребеҙ имен булһын. Тыуған еребеҙҙе бер ҡасан да һуғыш ғәрәсәте ҡапламаһын.





Вернуться назад