Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Дәүләт Думаһының күсмә ултырышы Ҡырымда үткәрелде. Унда республиканы йәһәтерәк аяҡҡа баҫтырыу, Рәсәй менән берләштереү мәсьәләләре ҡаралды. Ошо маҡсатҡа 681 миллиард һум аҡса бүленеүе тураһында ла хәбәрҙар булдыҡ. Һаулыҡ һаҡлауға ғына ла 2020 йылға тиклем 67 миллиард һум аҡса бүленде.
Рәсәй Хөкүмәте Ҡырымды шифаханалар, һауыҡтырыу һәм ял үҙәге булараҡ күрергә теләй, уның тиҙҙән табышлы эшләйәсәгенә иҫәп тота. Севастополдә халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелә, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осрағы Рәсәйҙәгенән — 17, ә яман шеш сирҙәренән 33 процентҡа юғарыраҡ. Табиптарға ҡытлыҡ ҙур, ә хеҙмәт хаҡы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестең 44 процентын тәшкил итә. Маҡсат бер: 2018 йылға тиклем Ҡырымдағы медицинаны бөгөнгө көрсөк хәленән сығарыу.
Беҙ егерме йыл буйы үҙләштергәнде ҡырымдарға ярты йыл эсендә тормошҡа ашырыу бурысы ҡуйыла. Медицина терминын ҡулланып әйткәндә, “тормош анамнезы” яҡшы, шуға ла булдыҡлы депутаттарҙы һайлауҙың ни тиклем мөһимлеге көн үҙәгендә тора.
Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау буйынса Башҡортостанда ҙур тәжрибә туплаған белгес, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Ҡырымда тәүге тапҡыр түгел. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау етәкселеге менән әңгәмәлә ул бына һигеҙ йыл элек ил Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған: “Ә хәҙер мөхәббәт хаҡында һөйләшәйек”, — тигән ҡанатлы һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө. Ошо лирика нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙағы етди реформалар, демографик сәйәсәтте һәм рәсәйҙәрҙең тормош сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре торғанлығы бөгөн һәр кемгә билдәле.
– Һеҙҙә ошондай уҡ тәрән үҙгәрештәр тормошҡа ашырылырға тейеш. Һүҙҙә түгел, ә етди финанс ағымы ярҙамында медицина тармағы камиллаштырыласаҡ, — тип белдерҙе Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. Ул шулай уҡ 2016 йылда индереләсәк хеҙмәткәр менән эш биреүсе араһындағы килешеүҙең яңы формаһы тураһында аңлатма бирҙе. Хеҙмәт хаҡы белгестәрҙең нимәгә һәләтле булыуынан сығып билдәләнәсәк. Мәҫәлән, көн дә операция яһаған ике хирургты алайыҡ. Береһе аппендиксты ғына алып ташлаһа, икенсеһенә ҡатмарлы операциялар яһарға тура килә. Тимәк, хеҙмәт хаҡының дәртләндереү өлөшө иҫәбенә уларҙың эшенә түләү ҙә төрлөсә буласаҡ.
Депутат шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә туҡталды. Илдә ғәйәт ҙур реформа үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, былтыр Рәсәй халҡының 50 проценты медицина ярҙамынан ҡәнәғәт булмаған. Нигеҙҙә, ул кадрҙарҙың етешмәүенә бәйләнгән.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталын Ҡырымда ла ала башлаясаҡтар. Оҙаҡламай һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ағыласаҡ өр-яңы медицина ҡорамалдары эшһеҙ тормаһын өсөн хәҙерҙән белгестәрҙе әҙерләү зарурлығы бар. Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзалары Керчь, Симферополь, Севастополь, Саки ҡалаларында медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашып, фекер алышты. Сәлиә Мырҙабаева федераль кимәлдә улар өсөн ташламалы ипотека буйынса программаның булмауын билдәләп, был тәңгәлдә эш алып барасаҡтары хаҡында белдерҙе.
Бурыс ғәйәт ҙур. Республиканың ырамлы аҙымдар менән көрсөктән сығып, дотацияға мохтаж төбәктән көслө, табышлы һауыҡтырыу үҙәгенә әүерелеүенән һәр кем отасаҡ ҡына. Бының өсөн бары ихтыяр көсө, һәр һумды бәрәкәтле тотоноу, ойоштороу һәләте талап ителә.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА
әҙерләне.