Бурысың бармы? Тикшерәйек03.09.2014
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың тимер юл вокзалында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы «Үҙ бурыстарыңды бел» тигән социаль акция үткәрҙе. Сара барышында теләге булған һәр кем тиҙ арала түләүҙәрен тикшерҙе, кәңәш алды.


Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре «Башҡарма производстволар буйынса мәғлүмәт банкы»ның интернет-порталдағы эш мөмкинлектәре менән дә таныштырҙы. Пассажирҙарҙың күбеһе бурысы тураһында мәғлүмәтте алғас та, уны «QIWI» терминалдары аша комиссияһыҙ ҡапланы.
– Бындай акцияларҙы йыш үткәрәбеҙ һәм артабан да дауам итмәксебеҙ. Ике сәғәт эсендә йөҙҙән ашыу пассажир, тимер юл вокзалы эшселәре бурысын тикшереп ҡараны. Бынан тыш, күптән ҡыҙыҡһынған, әммә хәлде асыҡлар өсөн һаман да суд приставтарына бара алмаған граждандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе яйға һалды, – тип белдерҙе Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәре Сергей Спатар.
Ирина Савиныхтың ҡыҙына атаһы бына дүрт йыл инде алимент түләмәй. Уҡыу йылы алдынан аҙ булһа ла матди ярҙам ҡамасауламаҫ ине тип, Ирина түләүҙе юллау үҙенсәлектәре тураһында һорашты. Биш минут эсендә уға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ниндәй документтар кәрәклеге тураһында ентекләп һөйләп бирҙеләр.
Илшат Ғилметдинов иһә бер нисә йыл инде тимер юл вокзалында эшләй.
– Көн һайын машинала йөрөйөм. Кем белә, бәлки, штрафтарым барҙыр, ә хаттар килеп етмәйҙер. Шуға белешергә булдым. Аллаға шөкөр, бирәсәгем юҡ икән, тыныс йоҡларға мөмкин. Мәғлүмәт банкы тураһында белмәй инем әле. Хәҙер интернет аша был хеҙмәт менән йышыраҡ файҙала­насаҡ­мын. Ғөмүмән, халыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә яратмай, ҡыйынһына. Үҙ хоҡуҡтарын белмәү ҙә күптәрҙең бәкәленә һуға. Шуға ошондай акциялар бик файҙалы, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты ул.
«Башҡарма производстволар буйынса мәғлүмәт банкы», ысынлап та, үҙ бурыстарың менән танышыуҙың иң уңайлы ысулы. Көн һайын ике меңгә яҡын кеше ошо хеҙмәттән файҙалана. Акция барышында Азербайжан, Украина, Молдова граждандары ла мөрәжәғәт итте.



Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан
буйынса идаралығының сайты: www.fssprus.ru


Вернуться назад