“Аҡ тирмә” йылыһы27.01.2012
“Аҡ тирмә” йылыһыОш ҡалаһында “Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәге 2008 йылдың ғинуарында ойошторолдо. Уның төп маҡсаты һәм бурысы — Ҡырғыҙстандың көньяғында йәшәгән башҡорттарҙы милли-мәҙәни йәһәттән туплау, башҡорт телен өйрәнеүгә һәм һаҡлауға, милли мәҙәниәтте, йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә булышлыҡ итеү, Башҡортостан Республикаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм сит илдәрҙәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары менән киң бәйләнеш булдырыу.
Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн үҙәк активының тырышлығы менән мәҙәни-мәғрифәт саралары даими уҙғарыла.
Мәҫәлән, 2008 йылдың февралендә һәм 2011 йылдың мартында Ош ҡалаһында башҡорт яҙыусыһы Йәүҙәт Ильясовтың (1929—1982) ижадына арналған “Ильясов уҡыуҙары” ойошторолдо. 2008 йылдың майында үҙәк тәүге тапҡыр шәжәрә байрамы үткәрҙе.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы айҡанлы “Аҡ тирмә” ағзалары 1943 йылда 4108-се эвакуация госпиталендә яраларҙан вафат булған һәм Хохлов урамындағы ҡала зыяратында ерләнгән башҡорт яугире А. Әхмәтовҡа ҡуйылған ҡәбер ташын реставрациялауҙа ярҙам итте. Ҡырғыҙстандағы башҡорт халҡы вәкиле Хәҙисә Сөнәғәтуллинаның 100 йәшлек юбилейы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Былтыр үҙәк Ҡырғыҙстан Милли фәндәр академияһының көньяҡ бүлексәһе менән берлектә бөйөк ғалим, Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалған күренекле сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе.
Үҙәк Советының юлламаһы буйынса республиканың көньяҡ баш ҡалаһы урамдарының береһенә Ҡырғыҙстан ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе булып фронтҡа киткән, Башҡортостандың Ишембай районында тыуып үҫкән Наилә Ғөбәйҙуллинаның исеме бирелде.
Тимур ӘЙҮПОВ,
“Аҡ тирмә” башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе.
Ҡырғыҙстан.


Вернуться назад