“Иртөбәк”тә гөрләй баҫыуҙар03.09.2014
“Иртөбәк”тә  гөрләй баҫыуҙар
“Иртөбәк” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Олег Николаевты баҫыуҙа осраттыҡ. Аптырайһы түгел, уттай ҡыҙыу эш мәле бит.


— Быйыл беҙҙең төбәкте шифалы ямғырҙар иркәлә­мәне. Әммә 4500 гектар майҙанда иген культуралары сәсеп, үҙебеҙгә етерлек уңыш алып һөйөндөк, — тине Олег Геннадьевич.
“Иртөбәк”тә  гөрләй баҫыуҙарМеханизаторҙар Анатолий Копылов, Николай Адмайкин 135 гектарҙа “сулпан-2” арышын сәсеүҙе тамамлау өҫтөндә. Илдар Солтанов иһә ерҙе эшкәртеү менән шөғөлләнә. Йәмғиәт 50 кешегә даими эш урыны биргән, йәйге ҡыҙыу осорҙа уларҙың һаны 100-гә етә. Ялсы, Гавриловка, Түләбай, Семенов-Петровский ауылдарын берләштергән “Иртө­бәк” йәмғиәтенең иң ҙур ҡыуанысы — “500 ферма” програм­маһында ҡатнашыу. Һәр һыйырҙан 3650 килограмм һөт һауыла, уны Мәләүез һөт-консерва заводына оҙаталар.
“Иртөбәк”тә  гөрләй баҫыуҙар— 200 һауын һыйырыбыҙ бар. Көн дә һөттән 40 мең һум табыш килә. “500 ферма” программаһы буйынса беҙгә 15 миллион һум аҡса бүленде. Әле өс бинала ремонт эштәрен теүәл­ләйбеҙ. Һыйыр малын 400 башҡа тиклем арттырырға иҫәп тотабыҙ, — тине етәк­се.
Ысынлап та, ҡыҙыу мәл. Элекке ферманы заманса итеп үҙгәртеп ҡороуға көс, ҡеүәт кәрәк шул. Шуныһы һөйөнөслө: йәш­тәр ауылда ҡала, ғаилә ҡора, йорт төҙөй.






Вернуться назад