Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының киңәйтелгән ултырышы үтте.
Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов бындай мөһим сарала ҡатнашҡаны өсөн “Кредит гарантиялары агентлығы” банкка ҡарамаған депозит-кредит ойошмаһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Галина Изотоваға оло рәхмәтен белдерҙе.
– Инвестиция йәлеп итеү өсөн беҙҙә уңайлы шарттар тыуҙырылды, был киләсәктә лә шулай дауам ителәсәк, – тине Рөстәм Зәки улы. – Инвестиция инфраструктураһын булдырыу – республикабыҙ өсөн ҙур мәртәбә. Ә инде инвестиция фонды төҙөүҙең кәрәклеге тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостанда илебеҙҙә тәүгеләрҙән Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил тәғәйенләнде. Әйткәндәй, республика башлығы вәкил Рафаил Ғибәҙуллиндың эшен бик юғары баһаланы.
Башҡортостан Хөкүмәте менән “Кредит гарантиялары агентлығы” банкка ҡарамаған депозит-кредит ойошмаһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Галина Изотова әйтеүенсә, быйыл май айында ғына ойошторолоуына ҡарамаҫтан, йәмғиәттең абруйы көндән-көн үҫә. Эшҡыуарҙарға уның ярҙамы ифрат ҙур. Ошондай структура Япония һәм Францияла бик уңышлы эшләй.
Башҡортостандағы индустриаль парк һәм технопарктар тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов һөйләне.