Эш хаҡы күтәрелә03.09.2014
Республикала минималь эш хаҡы 5 мең 500 һумдан 6 мең 900 һумға тиклем арта. Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһының Башҡортостан Эш биреүселәр союзы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре ҡатнашлығындағы ултырышында Рөстәм Хәмитов минималь хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.


— Һуңғы айҙа эш хаҡы тураһында күп һөйләйбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн был өлкәләге хәлдең шәптән түгеллеген аңлайбыҙ. Бер яҡтан, ҡулланыусылар баҙары ресурстарға, аҡсаға бай. Һатып алыу һәләте буйынса ла республика Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе булып тора. Ә уртаса эш хаҡы буйынса күпкә ҡалышабыҙ, исемлектең уртаһында барабыҙ.
Бындай хәлдең сәбәбе — һуңғы йылдарҙа минималь эш хаҡы күтәрелмәүҙә. Кешеләрҙең килеменә һалымдан табыш алыуға бәйле план үтәлмәй. Йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, ошо йүнәлештәге һалымды былтырғыға ҡарағанда 10 процентҡа күберәк алыу күҙалланғайны. Әле республика күрһәткесте уҙған йылға ҡарата ни бары 4,4 процентҡа ғына арттырған. Тимәк, ҡаҙнаға миллиард һумдар инмәй ҡаласаҡ. Һөҙөмтәлә Хөкүмәт республика халҡы алдындағы байтаҡ йөкләмәләрен үтәй алмаясаҡ.
— Хаҡтың артыуы, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең ҡиммәтләнеүе менән бәйле хәл әлегә тотороҡһоҙ. Аҙыҡ-түлеккә хаҡты әүәлге кимәлдә һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Эш хаҡының минималь кимәлен йәшәү кимәле күрһәткесенә еткерергә ынтылырға кәрәк, — тине республика етәксеһе.
Ошоға бәйле ул ҡәтғиерәк эш итеү бурысын ҡуйҙы.


Вернуться назад