Сабыйҙар сәләмәт тыуһын!03.09.2014
Өфөлә республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов “Әсә һәм бала” клиника селтәренең яңы перинаталь үҙәге төҙөлөшөн тикшерҙе, Урмансылар паркын реконструкциялау барышы менән танышты.


Перинаталь үҙәк баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы янында һалына. Унда бала табыу йорто, етлекмәй тыуған сабыйҙарҙы хәстәрләү, лаборатор-диагностика бүлектәре, балалар поликлиникаһы, “Ашығыс медицина ярҙамы” хеҙмәте эшләйәсәк. Заманса медицина учреждениеһы йыл һайын 3,5 мең йөклө ҡатынды ҡабул итәсәк, 15 мең кешегә төплө медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
Сәфәр барышында Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Урмансылар паркында булды. Бында биләмәне төҙөкләндереү тамамланған. Рөстәм Зәки улы май айында Өфө халҡына һәм ситтән килгән ҡунаҡтарға уңайлы ял урыны булдырыу бурысын ҡуйғайны.
Ҙур өмәлә 2,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Яҡтыртҡыстар ҡуйылды, йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөүселәр өсөн туғыҙ саҡрымлыҡ юл һалынды, 80 эскәмйә эшләнде. Шулай уҡ 125 машинаға иҫәпләнгән ҡуналҡа, ике спорт һәм бер балалар майҙансығы булдырыласаҡ.
Урмансылар паркында Рөстәм Хәмитов футбол һәм волейбол майҙансыҡтарының талаптарға яуап бирмәүен билдәләне. Төбәк башлығы ошо етешһеҙлектәрҙе яйға һалырға ҡушты.
Паркты реконструкциялауға 50 миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Башҡортостан етәксеһе төҙөкләндереү эшенә шәхсән контроллек итә.




Вернуться назад