1990 йылдың 14 декабрендә “Манғышлаҡ уттары” гәзитендә башҡорттар тураһында “Ҡайҙа һеҙ, башҡорт туғандар?” тигән мәҡәлә донъя күрҙе. Шунан башланды бындағы башҡорт милли хәрәкәте. 1991 йылдың 17 ғинуарында халыҡ депутаттарының Шевченко ҡала Советы башҡарма комитеты тарафынан “Салауат” башҡорт мәҙәни үҙәге теркәлде.
1991 йылдың сентябрендә “Салауат” үҙәге башҡорт балаларына һәм өлкәндәргә туған телде өйрәтеү буйынса йәкшәмбе мәктәбен асты. Башҡортостан, республиканың Ҡаҙағстандағы вәкиллеге менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Беҙгә дәреслектәр, тарихи әҙәбиәт, музыкаль дисктар, буклеттар менән ярҙам итәләр.
Һабантуйҙар, көрәш буйынса ярыштар үткәрәбеҙ, балаларға башҡорт бейеүҙәрен, йырҙарын, ҡурайҙа уйнарға өйрәтәбеҙ. “Ковчег” сәнғәт мәктәбе һәм өлкәнең тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән әүҙем эшләйбеҙ. Был музейға беҙҙең милли атрибутиканы, аш-һыуҙы, кейем-һалымды күп тапҡыр ҡуйғаныбыҙ бар. Үҙәк республика конкурстарында призлы урындарҙы даими яулай.
Эльвира Рахманова, Люциә Ҡалхаманова, Рәмил Этҡолов, Рафаэль Зарафетдинов, Хисмәтовтар, Ширияздановтар, Әбүбәкеровтар, Сафиндар, Бикбовтар, Хисмәтуллиндар, Ишкилдиндар, Байбулатовтар ғаиләләре — үҙәгебеҙҙең әүҙем ағзалары.
Урал АҘНАБАЕВ,
“Салауат” башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе.
Ҡаҙағстан.