“Йәш спецназсы”лар сафта02.09.2014
“Йәш спецназсы”лар сафта
Наркотик ҡулланыуға һәм уның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы маҡсатлы программаға ярашлы йыл һайын республикала балалар һәм үҫмерҙәр өсөн “Йәш спецназсы” хәрби-патриотик лагеры ойошторола. Быйыл ул Краснокама районында эшләне.


Йәш быуынды хәрби хеҙмәткә әҙерләү, наркотик, психотроп матдәләрҙе ҡулланыуҙы иҫкәртеү маҡсатында үткәрелгән сараға Ағиҙел, Бөрө, Дүртөйлө, Нефтекама, Өфө, Яңауыл ҡалаларынан, Борай, Ҡалтасы, Краснокама райондарынан 60 егет килгәйне. Улар төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнде, ҡул һуғышы алымдарына төшөндө, эстафеталарҙа, илһөйәрлек хаҡындағы әңгәмәләрҙә ҡатнашты.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу хеҙмәте идаралығы, Краснокама районы хакимиәте менән берлектә ойошторолған сарала урындағы хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған 12 - 15 йәшлек малайҙар тәрбиә мәктәбе үтте.
Лагерҙа сыныҡҡан егеттәр “Йәш спецназсы” тигән сертификат, иҫтәлекле бүләктәр алып һөйөндө.





Вернуться назад