Ҡан ҡойошто туҡтата алырҙармы?02.09.2014
Минск ҡалаһында Таможня союзына ингән илдәр етәкселәренең Украина президенты Петр Порошенко һәм ОБСЕ вәкилдәре менән осрашыуы, Брюсселдә Европа Советының сираттан тыш саммиты үтеүе, НАТО-ның Европала өҫтәмә көс тупларға йыйыныуы уҙған аҙнаның төп сәйәси ваҡиғалары булды.


Украина иғтибар үҙәгенән төшмәй

Минск ҡалаһында Таможня союзы илдәре етәкселәре Владимир Путин, Нурсолтан Назарбаев һәм Александр Лукашенко Украина президенты Петр Порошенко, Европа союзының Хәүефһеҙлек советынан Кэтрин Эштон, Гюнтер Эттингер, Карель Де Гюхть менән осрашты. Был сараны А.Г. Лукашенко ойошторғайны.
“Батька”ны “Европаның һуңғы диктаторы” тип йөрөтәләр, һәм тап шуға бәйле Белоруссияға ҡарата иҡтисади һәм сәйәси санкциялар индерелгән. Уларға ярашлы Лукашенкоға Европа илдәренә барыу тыйыла. Әммә европаларҙың үҙҙәренә был ҡағылмай, күрәһең: ЕС-тың билдәле өс комиссары Белоруссияға бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ килде.
Минскиҙа Владимир Путин менән Петр Порошенконың осрашыуына ҙур өмөттәр бағланды. Бар ғаләм уларҙан Украинаның көнсығышындағы хәлде көйләүҙе өмөт итә. “Осрашыу бик ауыр шарттарҙа барҙы”, – тип белдерҙе һуңынан Петр Порошенко. Әммә, нисек кенә булмаһын, һуғышты туҡтатыу мөһим, ҡан ҡойоштан бер кем дә отмай. Украинаның ҡораллы көстәре лә һуңғы көндәрҙә ҙур юғалтыуҙар кисерә. Донбасс һәм Луганск өлкәләрендәге халыҡ ополчениелары вәкилдәре һөжүмгә күсте һәм хәрбиҙәрҙе сигендерә килә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Украинаның ун меңгә яҡын һалдаты ҡамауҙа тороп ҡалған. Владимир Путин уларға гуманитар коридор булдырыуҙы һораны. Ополчение вәкилдәре иһә Украина һалдаттарын ҡорал һалған һәм хәрби техникаһын ҡалдырып киткән осраҡта ғына тыуған йорттарына ҡайтарырға вәғәҙәләй.
Ополчение вәкилдәре Мариуполь ҡалаһын баҫып алырға ниәтләй. Был ҡала ҙурлығы буйынса Донбасстан бәләкәйерәк һәм стратегик йәһәттән мөһим объект булып иҫәпләнә. Владимир Путин һуғышты тиҙ арала туҡтатыуҙы һораны һәм хәлде һөйләшеүҙәр аша яйларға саҡырҙы. Рәсәй Президентының идеяһын Нурсолтан Назарбаев менән Александр Лукашенко ла хупланы.
Әйткәндәй, үткән аҙнала “Батька” 60 йәшен билдәләне. Ошо айҡанлы Владимир Путин уны “Александр Невский” ордены менән бүләкләне. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: элекке СССР биләмәһендәге дәүләттәр етәкселәре араһынан Александр Лукашенко менән Нурсолтан Назарбаев – президент булып иң оҙаҡ ултырғандары. Улар икеһе лә Михаил Горбачев осоронда уҡ власҡа килде, Борис Ельцин менән дә бергә эшләне. Лукашенко менән Назарбаев – үҙ илендә генә түгел, күрше дәүләттәрҙә лә ҙур абруй ҡаҙанған сәйәсмәндәр. Украиналағы көрсөктө көйләүҙә уларҙың ҡатнашыуы ыңғай һөҙөмтә бирер, тип ышанғы килә.

“Яңы һепертке” яңыса һеперерме?

Брюссель ҡалаһында Европа союзының сираттан тыш саммиты булды. Унда яңы етәкселек һайланылар һәм Рәсәйгә ҡарата сираттағы санкциялар ҡабул итеү тураһында баш ваттылар. Быға тиклем Европа Советы рәйесе булып эшләгән Херман Ван Ромпей урынына Польшаның премьер-министры Дональд Туск һайланды. Был вазифаға Дания премьер-министры Хелле Торнинг-Шмитт та дәғүә итә ине, әммә ханымға ышаныс бағламанылар. Уның ҡарауы, Кэтрин Эштон урынына власҡа икенсе бер ҡатын-ҡыҙ – Италияның сит ил эштәре министры Федерика Могерини – ҡуйылды. Был яңы етәксе Рәсәйгә ҡарата ыңғай ҡарашта булыуы менән билдәле. Ә бына Дональд Туск – киреһенсә, илебеҙҙе яратмағандарҙың береһе.
Саммит барышында Финляндия премьер-министры Александр Стубб белдереүенсә, илебеҙгә ҡарата сикләүҙәр тәү сиратта финанс, энергетика өлкәләренә ҡағыласаҡ. Европа комиссияһы башлығы Жозе Мануэл Баррозу иһә: “Санкцияларҙың төп асылы – Рәсәй сәйәсәте менән килешмәүсәнлек”, – тип билдәләне. Брюссель “һалҡын һуғыш” теләмәй, тине ул үҙ сығышында.

НАТО Рәсәйгә уҡтала

Ә бына НАТО етәкселеге киреһенсә уйлай, күрәһең. Уның ағзаһы булған ете ил берләшеп, Европала альянстың тиҙ хәрәкәт итеүсән хәрби төркөмөн булдырырға ҡарар итте. Хәрбиҙәрҙең һаны ун мең кеше булырға тейеш. Ошондай юл менән булһа ла, НАТО Рәсәйгә баҫым яһамаҡсы. Әлбиттә, илебеҙ етәкселеге лә быға яуап әҙерләйәсәк. Был инде ике яҡтың да өҫтәмә ҡоралланыуына алып киләсәк. НАТО 2016 йылға тиклем өҫтәмә көстәрҙе формалаштырып бөтөүҙе күҙ уңында тота. 3-4 сентябрҙә Уэльс ҡалаһында уның саммиты үтергә тейеш. Сарала ошо мәсьәлә лә ҡаралыр тип көтөлә.
НАТО саммитына Рәсәйҙе саҡырыуҙы кәрәкле тип тапманылар. Унда Украинаны берләшмәгә ҡабул итеү мәсьәләһе ҡаралмаясаҡ. Әлбиттә, Петр Порошенко АҠШ-тан да хәрби ярҙам өмөт итә ине, тик Барак Обама Украина өсөн Рәсәй менән һуғышырға теләмәүе хаҡында белдерҙе. Был һүҙҙәрҙе көсһөҙлөккә бәйләүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, Техас штаты сенаторы, Республика партияһы ағзаһы Тед Круз Барак Обаманы тәнҡит утына тотто. Ул үҙенә сәйәси мәрәй туплай булһа кәрәк – 2016 йыда үтәсәк президент һайлауҙарында ҡатнашырға теләк белдергән. Тед Круз Барак Обаманан Рәсәйгә ҡарата санкцияларҙы көсәйтеүҙе, Европаға газ һатыуҙы арттырыуҙы талап итә. Шуның менән европаларҙы беҙҙең “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа бәйлелектән ҡотҡармаҡсы, ә илебеҙҙе килем сығанағынан мәхрүм итмәксе. Әлегә уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыусы юҡ.




Вернуться назад