Ҡырым ҡояшы аҫтында27.01.2012
Ҡырым ҡояшы аҫтындаЯҡташтарыбыҙ, ҡайҙа ғына йәшәмәһен, берҙәм булырға тырыша. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Украинала ла яҡташтар ойошмалары төҙөлдө. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең улы Нур Ниғмәтуллин менән шул ваҡытта осраштыҡ. Ул Киевта йәшәй, шул осорҙа атом сәнәғәте министры булып эшләне. Мәләүездән Наилә Шәрипова иһә ошо уҡ ҡалалағы авиация заводында инженер-конструктор ине.
Ҡырым ерендә яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Феодосияла II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, отставкалағы контр-адмирал С.С. Мәжитов йәшәй. Сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндән һуң З. Азмәтов, Б. Исхаҡов та Ялтала төпләнгән. Советтар Союзы Геройы, авиация подполковнигы Ғәли Әхмәт улы Мәжитов та 1954—1993 йылдарҙа Ялта ҡалаһында йәшәне. Исемлекте артабан да дауам итергә мөмкин.
Беҙҙең ойошма Донецк, Луганск, Одессалағы яҡташтарыбыҙ менән бәйләнештәрҙе һаҡлай.
Йолаларыбыҙҙы онотмаҫҡа тырышабыҙ, Ялтала, Алушта, Симферополдә сиратлап һабантуйҙар үткәрәбеҙ. 2011 йылда был байрам Севастополдә булды. Унда яҡташтар ойошмаһына Нәзирә Нагавицина етәкселек итә. Быйыл һабантуйҙы Евпаторияла ойошторорға ниәтләйбеҙ.
Әҙәби кисәләр, яҙыусыларыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙҙың юбилейҙары уҙғарыла, йәштәрҙе уларҙың ижады менән таныштырабыҙ. Асылда барыбыҙ ҙа — шағир. Яҡташтарыбыҙҙың күбеһе шиғырҙар яҙа. Стәрлебаш районынан Йәмилә апай Хисамова Йөрәктауҙы, саф шишмәләрҙе данлаһа, Римма Чапаева ла тыуған яғын һағына. Байрамдарыбыҙға яҡташтар ғына түгел, башҡорт яҙыусыларының шиғриәтен, ижадын үҙ иткән башҡа халыҡтар ҙа йыйыла.
Ҡаланың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашабыҙ. Быйыл хакимиәт беҙҙе 1 Май демонстрацияһында ҡатнашырға саҡырҙы. Башҡортостан флагын тотоп, Ялта урамдарынан ғорур атлап уҙҙыҡ.
Ҡала башҡарма комитетында йәмәғәт ойошмалары менән эшләү бүлеге бар. Комитет беҙгә ҙур ярҙам күрһәтә. Тиҙҙән — март айында — яҡташтар ойошмаһының 15 йыллығын билдәләргә ниәтләйбеҙ.
Беҙ ватандаштарыбыҙ мәнфәғәтендә бергәләп эшләйбеҙ, Украина ерендә тергеҙгән изге йолаларыбыҙҙы йәш быуын өсөн һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ.
Даларис ИМЕЛБАЕВ,
Салауат Юлаев исемендәге Бөтөн Ҡырым башҡорт яҡташтар ойошмаһы етәксеһе.
Украина.


Вернуться назад