“Һөт иле”нә ҡылдыҡ тамаша02.09.2014
“Һөт иле”нә ҡылдыҡ тамаша
– Өсөнсө стаканын эсәм, “ыһ” та итмәй алтыға ла еткерәм әле. Бындай һөттө башҡа бер ерҙә лә таба алмаҫһығыҙ, – тип дәртле йылмая байрамға килгән 83 йәшлек Наилә Фәйзуллина.


Аҡ бәхет, аҡ шатлыҡ ҡына яуған оло сараға әүерелде быйыл дүртенсе тапҡыр үткәрелгән “Һөт иле” Бөтә Рәсәй фестивале. Меңәрләгән ҡунаҡ-ҡатнашыусыһы, дәртле йыр-моңдары, балалар өсөн бығаса булмаған, үҙенсәлекле уйындары һәм, әлбиттә, дәррәү, ғәжәп үтемле баҙары менән Өфө ҡалаһы хакимиәте алдындағы майҙан ҙур табаҡта геүләп ҡайнаған һөттө хәтерләтте.
“Һөт иле”нә ҡылдыҡ тамашаЯбай халыҡҡа ял көнөндәге иртәнге сәғәт ун бик иртә күренһә лә, ауыл хужалығы эшсәндәре, ғәҙәттә, был ваҡытҡа иң мөһим эштәрен тамамлап, бер сама ял алып та өлгөрә. “Һөт иле” фестивалендә лә баҙар, йәрминкә ойоштороусылар халыҡ килеп етеүгә яңы ғына сығарылған, юғары сифатлы тауарҙарын теҙеп тә ҡуйған. Йәнең теләгәнен тәмләп, һайлап алып өлгөр генә. Ярайһы уҡ оҙон, ике рәткә һуҙылған сауҙа нөктәләрендә сират иртәнән кискә тиклем өҙөлмәне.
– Фестивалгә йыл һайын киләбеҙ. Бында күңелле лә, ҡыҙыҡ та. Һөт эсәбеҙ, унан эшләнгән тәмлекәстәр менән һыйланабыҙ. Туңдырма бик осһоҙ хаҡҡа һатыла, сифатлы ҡымыҙ ҙа алдыҡ, – тип күтәренке кәйефтәре менән бүлеште Руслан һәм Гөлнара Күскилдиндарҙың йәш ғаиләһе.“Һөт иле”ндә республиканың һөт аҙыҡтарын етештереүсе алдынғы 27 хужалығы үҙ йәрминкәһен ойошторҙо. Ҡала халҡы осһоҙ хаҡҡа сыр, ҡымыҙ, ҡаймаҡ һәм башҡа ризыҡ алып кинәнде. Бөтә Рәсәй кимәлендә Башҡортостан һөт ҡулланыу һәм етештереү буйынса беренсе урында тора. Һәр кешегә йылына 315 килограмм аҡ тура килә.
Майҙан уртаһында эшләнгән яһалма фермала “Алексеевка” совхозының яңы ғына һауылған һөт эсереү пункты иртәнән кискә тиклем шығырым тулы булды. Һыйырҙарҙы күҙ алдында һауып, халыҡты һыйлап торҙо хужалыҡ эшсәндәре.
– Әле генә йылы һөт алдым. Тәмле лә, файҙалы ла. Сараға йыл һайын киләм. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәм, барлыҡ ҡатна­шыу­сыларға ла уңыштар теләйем. Иҫән-һау эшләргә яҙһын, – тигән изге теләктәрен еткерҙе Өфө ҡалаһында йәшәүсе Венера Вафина.
Яһалма фермала һыйырҙарға күрше генә быҙауҙар, бейәләр, һарыҡтар урын алған. Был күренеш малҡайҙарҙы китаптан ғына күреп өйрәнгән ҡала балалары өсөн бик ҡыҙыҡлы, әлбиттә. Ейәнсура районынан Дәмин Юланов күргәҙмәгә беренсе тапҡыр волгоград тоҡомло һарыҡтарын алып килгән.
– “Маяҡ” ауыл хужалығы пред­приятиеһынан дүрт һарыҡ һәм бәрәстәр килтерҙек. Кешеләр малдарҙы күреп, ҡыҙыҡһынып, беҙҙең менән эшлекле бәйләнешкә инһен тибеҙ. Әлеге көндә “Маяҡ”та өс меңдән ашыу баш һарыҡ иҫәпләнә, шуларҙың 250-нән күберәген баш ҡала һәм район кешеләренә Ҡорбан байрамы яҡынлашыу сәбәпле һатып та өлгөрҙөк, – ти һарыҡсылыҡ йүнәлешендә 2013 йылда ғына эш башлаған Дәмин Марат улы.
“Һөт иле” фестивале күңел асыу, ял итеүҙән бигерәк хужалыҡтарға, эшҡы­уарҙарға, белгестәргә тәжрибә уртаҡ­лашыу, ихлас аралашыу сараһы бу­ла­раҡ уңайлы. Шулай ҙа халыҡты сәләмәт тормош алып барырға, сифатлы, тәбиғи яҡтан таҙа аҙыҡ ҡул­ланырға өндәү – ойоштороусыларҙың төп маҡсаттарының береһе.
Байрамды асыу тантанаһында Баш­ҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов менән берлектә “Союзмолоко” милли етештереүселәр союзы башлығы Андрей Даниленко сығыш яһаны.
– Йәшәү һөттән башлана, – тине ул. – Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән фестиваль – иң ҙур һөт байрамы, ә донъя кимәлендә был эсемлек иң файҙалы булараҡ танылған. Республика һөт етештереү һәм ҡулланыу буйынса тәүге урында килә. Тимәк, башҡорттар – бөтә ил буйынса иң сәләмәт, ныҡ халыҡ.
Тантананың Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле сығышы, милли музыка ҡоралдары оҙатыуында “Уралым” йыры менән асылыуы “Һөт иле”нә оло мәртәбә, рух өҫтәне.
Шулай итеп, Өфө Рәсәйҙең иң һөтлө баш ҡалаһы исемен яуланы. Уның үҙ флагы, гимны һәм хатта асҡысы ла бар. Тамаша барышында был асҡыс ваҡытлыса үҙ министрлығын булдырған төп Һөтсөгә тапшырылды. Ойоштороу, биҙәлеш яғынан бик юғары кимәлдә үткән фестивалдә йәше лә, ҡарты ла күңеленә ятҡан шөғөлдө таба алды. “Агуша” ҡаласығында балалар өсөн туңдырма кафеһы, һөт музейы, фотоға төшөү, ҡул эштәренә өйрәтеү ойош­торолһа, “Һөтлө релакс” исемле майҙансыҡта ата-әсәләргә, ололарға асыҡ һауала ял итеү форсаты тейҙе. Дәртле, күтәренке рухлы үҫмерҙәр “KEFIR FEST” фестивален үҙ итте. Улар рациональ туҡланыуҙың сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыуҙың спортта ғына түгел, тотош көнитмештә лә уңышҡа өлгәшеүҙең төп сере икән­легенә төшөндөрҙө. Үҫмерҙәр стритбол, брейк-данс буйынса күрһәтмә сығыш­тары менән һоҡландырҙы, ярыштарҙа ҡатнашты.
“Һөт иле”нең ҡайһы мөйөшөнә генә баҡма, һәр береһендә ҡаймаҡ кеүек тәмле, фәһемле яңылыҡ туплап була ине. Баш ҡаланың уртаһында, йәшел аҡланда яһалма һыйыр һауып ҡарау бәхете лә бит йыш тәтемәй. Ололар ҙа, балалар ҙа мәж килеп һыйыр һауған ерҙә алты йәшлек Камила Кәримованы тап иттек. Йолаһына килешле, ир кешене, атаһын ситтә генә ҡалдырып, бәләкәй генә биҙрәгә “тыз-быз” һөт һауған ҡыҙсыҡ: “Байрамға гел киләбеҙ, ул миңә бик оҡшай, бигерәк тә ошо шөғөл ҡыҙыҡ. Малҡайҙарҙы ауылда күргәнем бар, әммә һауғаным юҡ ине”, – тип йылмая.
– “Һөт иле” – ныҡ матур күренеш, сәләмәт рухта үткәрелеүе менән ылыҡ­тыра, – тип һүҙгә ҡушыла Камиланың атаһы.
Һис шикһеҙ, һөттәй саф, туңдыр­малай тәмле, ҡаймаҡтай файҙалы байрам баш ҡалабыҙҙы, республикабыҙҙы, илебеҙҙе ысынында аҡ бәхеткә, ташып торған шатлыҡ-ҡыуанысҡа сорнаны, халыҡ күңелендә яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы. Башҡортостан Хөкүмәте, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, “Союзмолоко” милли етеш­тереүселәр союзы тарафынан үткә­релгән “Һөт иле” Бөтә Рәсәй фести­валенең киләсәге яҡты һәм ҙур. Иң мөһиме – хужалыҡтарға ҡолас йәйеп эшләү, сифатлы тауар етеш­тереүгә тейешле шарттар, һатып алыусылар өсөн килешле хаҡтар ғына булһын.


Вернуться назад