Етмеш йыллыҡҡа – “Шоңҡар” менән02.09.2014
Етмеш йыллыҡҡа – “Шоңҡар” менән
Кисә Башҡортостанда 430 меңдән ашыу уҡыусы һәм 74 мең самаһы студент яңы уҡыу йылына аяҡ баҫты. 47 меңгә яҡын бала I класҡа килде.


Республиканың Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ике мең тирәһе мәктәп эш башланы. Уларҙа тантаналы линейкаларҙан һуң “Минең бәләкәй Ватаным” тигән тематик дәрес уҙғарылды, Белем көнөнә арналған байрам концерттары ойошторолдо.
Төбәктең төп милли уҡыу йорто булған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында тантаналы линейка быйыл айырыуса үҙенсәлекле уҙҙы. Мәғлүм булыуынса, тиҙҙән был данлыҡлы мәктәп 70 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Белем көнө уҡыусыларҙы ҙур бүләк – “Шоңҡар” спорт-һауыҡтырыу комплексы – менән ҡаршы алды.
– Ышаныслы аҙымдар менән алға барған уҡыу йорто бер ваҡытта ла үҙ тамырҙарын онотмай, йолаларына һәр саҡ тоғро, – тине үҙ сығышында гимназия-интернаттың директоры Әлфир Ғайсин. – Ошо сифат быуындан быуынға күсә килә. Беҙҙең уҡыусылар сафына бөгөн ҡушылған йәштәр ҙә изге йолаларҙы дауам итер, халҡыбыҙҙың илһөйәр, телһөйәр быуыны булып етешер.


Вернуться назад