Өфөлә Башҡортостан һәм Удмурт республикалары Хөкүмәттәре араһында транспорт инфраструктураһын үҫтереү тураһындағы килешеү төҙөлдө.
Төбәк етәкселәре Рөстәм Хәмитов менән Александр Соловьев ҡул ҡуйған документ Кама һәм Бөй йылғалары аша яңы күперҙәргә табан юл һалыуҙы күҙ уңында тота. 2016 йылда Ижевск – Сарапул – Камбарка – Нефтекама – Дүртөйлө – Өфө маршруты буйынса тура автомобиль юлын асыу ҡарала.
Л. ДӘҮЛИЕВА.