Именлек, хәүефһеҙлек, экология...02.09.2014
Ошо көндәрҙә М-5 “Урал” федераль трассаһының Өфөгә яҡын булған 1428-се саҡрымында ике кимәлле Шишмә юл айырсаһы файҙаланыуға тапшырылды.


Юл инфраструктураһы объектын Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, транспорт министры Максим Соколов һәм республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡарап сыҡты. Йыл ярымда төҙөлгән алты һыҙатлы юл 1Б категорияһына ҡарай.
– Юлдың был участкаһы техник үҙенсәлектәре буйынса талаптарға яуап бирмәй ине. Шуға күрә ошондай объект төҙөү зарурлығы күптән йәшәй, – тине Максим Соколов. –Айырса, бер яҡтан, юл киҫелешендә уңайлыҡтар тыуҙырһа, икенсенән, именлекте, хәүефһеҙлекте тәьмин итәсәк, тирә-яҡ мөхиткә зыянды кәметәсәк.
Транспорт министры әйтеүенсә, эшкә мөһим объекттар төҙөүҙә үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән “Дорстансстрой” компанияһы, 30-сы күпер төҙөү отряды кеүек урындағы ойошмалар йәлеп ителгән. Федераль трассаларҙың сифаты, Максим Соколов фекеренсә, әлегә шәптән түгел, шулай ҙа яҡын киләсәктә хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү мөмкинлеге бар.
Республика башлығы Рәстәм Хәмитов айырсаны проектлауҙа һәм төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.




Вернуться назад