“Аэропорттың эше әүҙемләшә”02.09.2014
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм илдең транспорт министры Максим Соколов Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән берлектә “Өфө” аэропорт комплексын реконструкциялау барышы менән танышты.


Киләһе йыл Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышын, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлеккә ярашлы объектта күләмле төҙөлөш эше бара. Улар иҫәбенә яңы халыҡ-ара терминал һалыу, аэродромды реконструкциялау һәм башҡалар инә.
Дөйөм майҙаны 16 мең квадрат метрлыҡ халыҡ-ара терминалды сафҡа индереү һөҙөмтәһендә сит илгә юлланған 800 пассажирҙы бер сәғәттә хеҙмәтләндереү мөмкинлеге тыуасаҡ. Эште йыл аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана. Транспорт министры Максим Соколов ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң аэропортты үҫтереү перспективаһы менән ҡыҙыҡһынды.
Михаил Бабич, Максим Соколов һәм Рөстәм Хәмитов аэродром комплексын яңыртыу барышы менән танышты. Дөйөм финанслау күләме 6,5 миллиард һум тәшкил иткән объектта эш графикка ярашлы бара. Уны йыл аҙағында сафҡа индереү күҙаллана.
“Өфө” аэропортында транспорт министры оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән алдынғы хеҙмәткәрҙәргә ведомство наградаларын тапшырҙы.



Вернуться назад