Рәсәй Хөкүмәте ислам тарихын һәм мәҙәниәтен төплө өйрәнгән белгестәр әҙерләү буйынса Мәскәү дәүләт, Санкт-Петербург, Ҡазан федераль, Пятигорск лингвистика һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеттарын төп уҡыу йорттары тип иғлан итте.
Өс йыл эсендә педагогия университетына ислам ғилеменең өс кимәлле системаһын төҙөү, дини белем биреү ойошмаларында ошо фәндең уҡытылыуын тәьмин итеү бурысы ҡуйыла.
Был программа университетта тормошҡа ашырылған проекттың дауамы булып тора. Биш йыл буйы вуз Рәсәй Ислам университеты менән берлектә тиҫтәләгән уҡыу планы, йөҙләгән уҡыу-методика комплексы һәм ҡулланмаһы эшләне. Һөҙөмтәлә БДПУ үрҙә телгә алынған биш уҡыу йорто иҫәбенә индерелде. Октябрь айында Өфөлә ойоштороласаҡ халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция быға арналған тәүге аҙым буласаҡ.
Зөфәр ТИМЕРБУЛАТОВ,
философия фәндәре кандидаты.