Ҡиммәттәрҙе һаҡлап27.01.2012
Ҡиммәттәрҙе һаҡлапӘле Беларусь Республикаһында 1500-ҙән ашыу башҡорт йәшәй. 1998 йылдан алып Башҡортостандың ижади коллективтары ҡатнашлығында “Һабантуй” байрамын йыл һайын үткәреп торабыҙ. Гродно, Гомель, Орша ҡалаларында башҡорт һәм татар йәмәғәт берекмәләре ойошторолдо. Улар ҡарамағында “Ләйсән” фольклор ансамбле, “Шишмә” вокаль-инструменталь ансамбле эшләй, башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре, милләттәштәребеҙ хаҡындағы тарихи әҙәбиәт, Өфөлә сыҡҡан гәзит-журналдар тупланған китапхана бар.
Йәмәғәт берекмәһенең ижади коллективтары Бөтөн Беларусь милли мәҙәниәттәре фестивалендә ҡатнаша. Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы илселеге ҡарамағындағы Рәсәй ватандаштар ойошмаһының координация советы үткәргән сараларҙа, ҡала байрамдарында даими ҡатнашабыҙ. Йәмәғәт берекмәһе эшенә йәштәр ҙә әүҙем йәлеп ителә.
Беҙ киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем эш итәбеҙ: Беларусь радиоһынан, “Мир”, “СТВ” телеканалдарынан ошо төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың тормошо тураһында тапшырыуҙар донъя күрә, Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында сығыш яһайбыҙ.
Эльвира ЛЕВШЕВИЧ,
“Шишмә” берекмәһе президиумы рәйесе.
Белоруссия.


Вернуться назад