Маҡсатлы маяҡһыҙ булмаҫ30.08.2014
Маҡсатлы маяҡһыҙ булмаҫ
Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, тиҙәр. Рим Сыңғыҙовтың да тамырҙары Баймаҡ тарафтарына барып тоташһа ла, бөгөн Әбйәлилдә йәшәй, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Юҡ, үкенмәй тормошона – ябай эшсенән баш ветеринар, колхоз рәйесе, хужалыҡ етәксеһе дәрәжәһенәсә үрләп, әлеге көндә тағы ла яуаплыраҡ «дилбегәне» лайыҡлы тарта ул.
Һуңғы йылдарҙа төбәктә төҙөлөш объекттарының күпләп сафҡа инеүе, юлдарҙың төҙөкләндерелеүе, күперҙәрҙең төҙөлөүе, яңынан-яңы эш урындары барлыҡҡа килеүе күҙәтелә. Халыҡ та бында етеш, бай йәшәй. Районда 33 күлдең йәнәш урынлашыуы, урмандарының ҡуйылығы, емеш-еләктең күплеге, Ҡырҡты тауҙарында хатта күк һәм ҡыҙыл көртмәленең үҫеүе, тау саңғыһы үҙәгенең, Магнитогорск аэропортының булыуы, тимер юлдың район биләмәһе аша үтеүе, Рәсәйҙәге тәүге динопарктың тап ошо ерлектә асылыуы, бар донъяға билдәле Яҡтыкүл батҡағының даны әбйәлилдәргә файҙаға ғына. Урындағы халыҡтың тағы ла бер матур һыҙатын телгә алыу урынлы булыр: бында сәмсел, тырыш һәм егәрле кешеләр йәшәй. Күршеләре менән ярышып, бер-береһенән өлгө алып донъя көтә улар. Иң мөһиме – барыһы ла сәнғәткә ғашиҡ, мәҙәниәтте ярата. Урынһыҙға маһайыу, тәкәбберләнеү — ят күренеш.


Ил һулышын тойоп

Хәҙерге заман етәксеһенә төрлө яҡтан камил булыу мотлаҡ, шунһыҙ һинең эшең алға бармаясаҡ. Был йәһәттән дә әбйәлилдәр күптәргә өлгө. Мәѕәлән, райондың «Красная Башкирия» хужалығында көйләнгән «нуль» технологияһы бөтә республикаға билдәле. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында күршеләрҙең дә юлы йыш төшә был яҡтарға. Ғөмүмән, белгәнен өйрәтеп, белмәгәнен өйрәнеп, ил, республика һулышын тойоп йәшәй урындағы халыҡ.
Маҡсатлы маяҡһыҙ булмаҫ тигәндәй, Рим Һатыбал улының да киләсәккә пландары ҙур: быйылғы уңышты тулыһынса йыйып алыу, яңы уҡыу йылына белем усаҡтарын әҙерләү, төҙөлөп ятҡан социаль объекттарҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу, малдарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү һәм башҡалар. Бөгөн эштең иң ҡыҙған мәле, һәр минут иҫәпле, шуға күрә хакимиәт башлығының сираттағы хеҙмәт көнө лә көсөргәнешле башланды.

«Уҡытҡанбыҙ, тимәк, эшен дә табасаҡбыҙ»

Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә тигән әйтем бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмай. Был йүнәлештә дөрөҫ алып барылған сәйәсәт төбәктең киләсәген үҫтереүҙә хәл иткес роль уйнай. Ысынлап та, йәштәр – райондың ышанысы. Был хәҡиҡәттең дөрөҫлөгөнә инанған етәкселек йыл һайын юғары уҡыу йортон тамамлаған белгестәрҙе (маҡсатлы йүнәлтмә буйынса) эшкә урынлаштырыуҙа шәхсән шөғөлләнә.
Был юлы ла район хакимиәтенә туғыҙ белгес килгәйне. Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре – табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы белгестәре. Мәҫәлән, Айгөл Сәғитованың ҡулында – терапевт дипломы, бөгөндән үк Сиҙәм йәки Йәнгел дауаханаларында эшләү мөмкинлеге бар. Әммә ҡыҙҙың, Саҡмағош егетенә кейәүгә сығыуы сәбәпле, тыуған яғына ҡайтырға теләге юҡ. Комиссия ағзалары Айгөлгә, район етәкселеге ваҡытында ярҙам күрһәткәне – квота биргәне өсөн генә булһа ла, ҡайтып, ире менән бергә эш башларға тәҡдим итте. Әйткәндәй, төбәктә йәш ғаиләләргә йорт төҙөү өсөн сираттан тыш ер бүленә, ағас менән ярҙам итәләр. Салауат ауылынан Гөлфиә Ноғаманова, мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университетының мәғлүмәтләштереү объекттарын һаҡлау факультетын тамамлаған. Заманға ярашлы бик кәрәкле һөнәр эйәһе программист, сис­тема администраторы, инженер булып эшләй ала. «Әгәр район үҙәгендәге ойошмаларҙа һөнәрең буйынса эш табылмаһа, үҙебеҙгә резервҡа алырбыҙ», — тине Рим Һатыбал улы. Ә бына Үтәгән ауылы ҡыҙы Гөлиә Хисмәтова – районда ҙур ихтыяж менән файҙаланған математика уҡытыусыһы. Йәш белгесте Буранғол мәктәбенә саҡырғандар ҙа инде. Ҡулдарында иҡтисадсы, зоотехник дипломы булған йәштәргә, вакансиялар булмау сәбәпле, бер аҙ көтөргә, үҙҙәренә лә эш эҙләргә ҡушылды.
Райондың киләсәккә аҙымы ышаныслы, тигән һығымтаға килдек. Шулай булмайса, теләктәшлек күрһәтергә, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған етәкселәр булғанда, ниңә ең һыҙғанып эшкә тотонмаҫҡа ла дәртләнеп донъя көтмәҫкә?!
Рим Һатыбал улы әйтеүенсә, йәштәр менән эшләү бер һөйләшеүҙә генә тамамланмай, ай аҙағында улар мотлаҡ ҡайҙа урынлашыуҙары хаҡында хәбәр итергә тейеш, ярҙам һорап та мөрәжәғәт итә ала. Йыл дауамында йәш белгестәрҙең хеҙмәт юлы даими күҙәтелеп барыла, ғәҙел баһа ҡуйыла.

Банк ярҙам итергә әҙер

Ауылдарҙың да киләсәге ышаныслы Әбйәлилдә. Киләһе кәңәшмәлә Бөтә донъя банкы ярҙамында тормошҡа ашырылған «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» проектының һайлап алыу этабын үткән муниципаль берәмектәрҙең башлыҡтары менән етди һөйләшеү булды. Район буйынса 19 заявка бирелеп, шуның 15-е еңеп сыҡҡан. Билдәле, проектты тормошҡа ашырыр өсөн, суммаһына ҡарап, күпмелер процентын ауыл биләмәһе үҙе индерергә тейеш (халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан аҡса йыйыу иҫәбенә). Бөгөн проектта еңеп тә, иҫәпкә ваҡытында аҡса күсерелмәһә, исемлектән төшөп ҡалаһың. Шуға күрә һәр хакимиәт башлығы ошо йүнәлештә алып барылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Барыһы ла уйлағанса килеп сыҡһа, еңгән проекттарға тендер иғлан ителәсәк һәм октябрь айынан да ҡалмай эшкә тотонорға иѕәп тота улар.
Был көндө район башлығы арҙаҡлы шәхестәр – академик, билдәле ғалим Зиннур Нурғәлинде, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡор­т­остандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Абушахмановты ла ҡабул итте.

Балалар баҡсаһына сират бөтәсәк

Ниһайәт, башлыҡ иртәнге кәңәшмәне теүәлләп, ашығыс ҡағыҙҙарға ҡултамғаһын ҡуйып, урамға, саф һауаға сыҡты. Сығыу тигәнем – ниәте Асҡарҙың Көнсығыш-2 биҫтәһендә төҙөлгән балалар баҡсаһын ҡарау. 139 урынға иҫәпләнгән объектҡа «Баймаҡ ПМК-һы» йәмғиәте эшселәре яуаплы, тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа Асҡарҙа – 150, Әбйәлилдә – 75, Геологоразведкала – 50, Дауытта 25 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа ингән. Шулай уҡ Амангилде, Дәүләт ауылдарында – 25-әр, Йәнгелдә 50 сабыйға өҫтәмә төркөм булдырыл­ған. Рәхмәт менән Байым мәктәптәрендә – 25-әр, Таһир Кусимов исемендәге гимназияла 50 урынлыҡ мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө эшләй. Ошо көндәрҙә «Миләш» тә үҙ ишеген асһа, район үҙәгендә йылдар буйы һаҡланған сират тулыһынса хәл ителәсәк.
Төҙөлөш барған урында эш ҡайнай: бәләкәстәргә уңайлыҡтар булдырыу өсөн барыһы ла тырыша. Хатта район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Вәлит Зәйнуллинды ла ошонда тап иттек.
— Вәлит Әхмәтшәриф улы, бынан ҡайтып та инмәйһегеҙ, әллә төҙөүселәргә ышанмайһығыҙ инде? – тип шаяртып алды Рим Һатыбал улы.
— Ышанмауҙан түгел, баҡсаны асыу тантанаһына күп ҡалманы бит. Шунлыҡтан ниндәй етешһеҙлектәр бар, ваҡытында күреп, төҙәттерергә тип йөрөлә, – ти Вәлит Зәйнуллин.
Әлбиттә, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Ни тиһәң дә, киләсәктә бында балалар шөғөлләнәсәк, шуға күрә һәр нәмәнең сифатлы булыуы мотлаҡ.
Район башлығы төҙөлөш барған майҙансыҡты ҡарап сыҡты. Прораб Мансур Ғаррапов әйтеүенсә, төп эш тамамланған, әле бинаны эске яҡтан буяйҙар, сантехника ҡоролмаларын урынлаштыралар, биләмәне ҡоймалайҙар, тирә-яғын йәшел­ләндереп, төҙөкләндерәләр.
Тиҙҙән кескәйҙәрҙе ҡыуандырып, тирә-яҡҡа йәм һәм ҡот өѕтәп, өр-яңы бинаның ҡалҡып сығыуы Көнсығыш-2 биҫтәһендә йәшәгәндәр өсөн оло байрамға әүереләсәк. Был аңлашыла ла, сөнки элек бында ут та, һыу ҙа, газ да юҡ ине. Һуңғы ике йылда биҫтә халҡы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: юлдарға ҡырсынташ түшәлгән, «зәңгәр яғыулыҡ» үткәрелгән, һыу торбалары һуҙылған, урамдар яҡтыртылған.
Башҡарылған эш менән ҡәнәғәтләнмәүе күренеп тора етәксенең: тағы ла туҡталыштар урынлаштырып, үҙәккә тиклем автобус та йөрөткәндә, кешеләр өсөн уңайлы булыр, тигән уй менән яна.

«Яҡтыкүл» янына – «Әбйәлил һыуы»!

Ситтән һатып алғансы, үҙеңдекен етештер, тигән һүҙҙәр бөгөн айырыуса урынлы. Тиҙҙән магазин кәштәләрендә «Әбйәлил һыуы» тип яҙылған газлы һәм газһыҙ һыу шешәләрен күрһәгеҙ, аптырап ҡалмағыҙ. Улар, ысынлап та, шифалы һәм сифатлы Әбйәлил һыуы булыр.
Бөгөн Дауыт ауылы янында Магнитогорск ҡалаһы эшҡыуары цех төҙөй, уны тапшырыу октябрь айына тәғәйенләнгән. Бөтәһе алты миллион һум инвестиция һалынған, 20 кешегә эш урыны буласаҡ. Райондың йөҙөк ҡашы булған «Яҡтыкүл» шифаханаһы янында төбәктең йәнә бер бренды – «Әбйәлил һыуы» ла үҙ урынын табыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

Бесән мул, иген дә уңған

Башҡа райондарҙа нисектер, әммә быйыл әбйәлилдәрҙең баҫыуҙары уңышҡа бай – иген башаҡтары елгә тулҡынланып, көнбағыштары ҡояшҡа үрелеп ултыра. «Тимер ат»ты үҙе «йүгәнләгән» район башлығы һәр хужалыҡтың баҫыуҙарын яттан белә: саң борҡотоп, оло юлдан «Башаҡ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең арыш сәселгән ялан-ҡырҙарына юлланабыҙ.
– Төбәктә яҙғы сәсеү эшен майҙың 25-енә тиклем тамамлау шарт. Шул сағында ғына иген культураһы шытып, нығынып ҡала. Ҡоролоҡ булһа ла, бирешмәй. Ана, күрәһегеҙме һул яҡтағы баҫыуҙы? Уны майҙың аҙағында сәскәндәр, шуға күрә һирәк тә, өлгөрөп тә бөтмәгән. Дөйөм алғанда, быйыл, шөкөр, уңыш яҡшы булмаҡсы, — тип һығымта яһаны Рим Һатыбал улы. – Былтыр тап ошо осорҙа тотош иген баҫыуҙарының һыу эсендә ҡалыуын, ташҡындың районға күпме бәлә килтереүен хәтерләһәң, муллыҡҡа шатланырға ғына кәрәк.
Күп тә үтмәне, беҙҙе райондың алдынғы хужалығы һаналған «Башаҡ» йәмғиәтенең етәксеһе Мәжит Шәғәлиев ҡаршыланы. Уның эшселәре ужым арышын йыйыуҙы тамамлап, күп йыллыҡ үләнде икенсегә сабыуға төшкән. Ужым сәсеүҙе лә башлаған. Мәжит Солтан улы әйтеүенсә, малсылыҡтан файҙа ырамлыраҡ.
— Бөгөн «тере» аҡсаны ит менән һөт етештереп кенә алып була. Йәй айҙарында ҡымыҙҙан да ярайһы уҡ табыш сыға. Шуға күрә иғтибарҙы күберәк мал аҙығы әҙерләүгә бүләбеҙ, һәр шартлы баш малға 34-әр центнер аҙыҡ тупланған, – ти ул.
Артабан осо-ҡырыйы күренмәгән ялан-ҡырҙар аша башаҡтары елгә тулҡынланып ултырған, көнбағыштары ҡояшта нурланған тигеҙ, таҙа баҫыуҙар янына барып туҡтаныҡ. Һиҙемләүемсә, «Красная Башкирия» сәсеүлектәре.
Туҡ башаҡтарҙы ҡулына алып ыуа-ыуа балаларса ҡыуанып, шатлығы йөҙөнә сыҡҡан ир ҡаршы алды беҙҙе. Хужалыҡтың агрономы Ғабдулла Зәйнуллин икән. Рим Һатыбал улы ла иген баҫыуҙарына һоҡланыуын йәшермәне. «Булдырһаң, була бит!» – тип түҙмәйенсә башаҡтарҙың бөртөгөн һанай башланы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ғәҙәттә сәсеү нормаһын центнерҙарҙа яҙабыҙ, ә ысын ер хужалары орлоҡтарҙың бөртөк һаны менән иҫәпләй икән. Башҡортостандың атҡаҙанған агрономы Ғабдулла Хәйбулла улының шул тиклем мауығып үҙҙәренең «нуль» технологияһы менән үҫтерелгән уңышы хаҡында һөйләүе барыбыҙ өсөн дә фәһемле дәрес булды. Ысынлап та, игенде үҫтереүҙең төрлө юлдары бар. Әммә ер ҡәҙерен йөрәге менән тойған, икмәк үҫтереүгә ҡатнашы булған кеше генә бер нәмәне яҡшы аңлай: барыһы ла комплекслы хәл ителергә тейеш. Яҡшы орлоҡ, ҡеүәтле техника, яңы технологияларҙы ҡулланыу ғына һөҙөмтә бирәсәк.
– Әгәр беҙҙең төбәктә лә ямғырҙар кәрәк саҡта һәм етерлек яуһа, райондың сәсеүлек майҙандары ысын иген фабрикаһына әүерелер ине, — тип бер аҙ моңһоуланып алды Рим Һатыбал улы.
Етәксенең борсолоуын аңларға була, сөнки ҡайһы бер баҫыуҙарҙа дымдың етерлек булмауы сәбәпле, уңыш башаҡтағы көйө бүҫкәреп ултыра. Ундайҙар сенажға йәки силосҡа ғына барасаҡ. Уйлап ҡараһаң, игенсенең дә, малсының да йәй буйы бар теләге – ямғыр. Һибәләп үткән тамсылар менән башын күтәргән йәшел үлән ауыл кешеһенең бөтә яҙмышын хәл итә.

Михайловкала – мәктәп, Йәнгелдә — яңы һыу селтәре

Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн районда «һаҡаллы» төҙөлөшкә әйләнгән объекттарҙы ғына түгел, тиҫтәләрсә йыл буйы хәл ителмәгән социаль инфраструктураны үҫтереү буйынса ла ғәйәт ҙур эш башҡарыла.
Советтар Союзы Геройы Григорий Васев исемендәге Михайловка урта мәктәбе ошоғаса ремонт күрмәгән, шуға ла уҡытыусылар коллективы, уҡыусылар бинаның яңыртылыуын түҙемһеҙлек менән көткән. Бөгөн белем усағында 205 уҡыусы уҡый, 34 бала тәүге тапҡыр парта артына ултырасаҡ. Үткән уҡыу йылында иҙәне, түбәһе, ишектәре, тәҙрәләре алмаштырылған, кластар тулыһынса яңынан йыһазландырылған.
Егерме дүрт йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡарған Әсләм Мәхийәнов әйтеүенсә, әле бинаның тышҡы йөҙө, ихатаһы тәртипкә килтерелә. Район һәм федераль ҡаҙнанан алты миллион һум аҡса бүленгән.
— Уҡыу йылына өлгөртәсәктәрме? – тип аныҡ һорау бирҙе башлыҡ Әсләм Зөлфәт улына.
— Әлбиттә! – тигән ышаныслы яуап ишетелде.
Рим Сыңғыҙов подрядсыларҙың эшенә күҙ һалды, уларға ярҙам иткән мәктәп персоналы менән осрашты. Һәммәһенең дә күңеле көр, тиҙерәк файҙаланыуға тапшырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйҙәр.
Һуңғы йылдарҙа райондың федераль һәм республика программаларында ҡатнашыуы – иҡтисади күрһәткестәрҙең бер баҫҡысҡа күтәрелеүенә булышлыҡ итте. Былтыр «Таҙа һыу» федераль маҡсатлы программаһында ҡатнашып, Әлмөхәмәт, Сиҙәм ауылдарына һыу торбалары һуҙылһа, быйыл Йәнгел, Әлмөхәмәт (МТС), «Красная Башкирия» ауылдарында һыу селтәрҙәре яңыртыла.
— Ауылдарға газ һәм һыу үткәреү – халыҡтың йәшәйеше өсөн иң мөһим сараларҙың береһе. – Башлыҡтың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. — Бына күрерһегеҙ әле, бөгөн һыу селтәрен үткәреү ҡиммәткә төшһә лә, уның файҙаланыу ваҡыты 50 йылға иҫәпләнгән. Элекке торбалар, тимерҙән эшләнгәнлектән, сереп, файҙаланыуҙан тиҙ сыҡһа, хәҙергеләренең хеҙмәт итеү ваҡыты ҙур.
Беҙ барғанда, Ҡырмыҫҡалы районының «Водолей» йәмғиәте эшселәре урамдарҙа соҡор ҡаҙып, торбалар һалыу менән мәж килә ине.

Күршеләргә елдәй елдереп кенә

Ниһайәт, Әлмөхәмәт – Сибай юлына асфальт түшәү башланды. Бынан бер нисә йыл элек Рим Сыңғыҙовтың «тиҙҙән Сибайға асфальт һалынасаҡ» тигән һүҙҙәренә бер аҙ шикләнеберәк ҡарағайным, сөнки, документтарға ярашлы, юл күптән эшләп тапшырылған. Әйткән һүҙ үтәлде, быуат проблемаһы хәл ителде.
Ысынлап та, был мәсьәлә буйынса район башлығына Өфө юлын аҙ тапарға тура килмәй. Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың шәхсән ҡарары менән генә «боҙ» ҡуҙғала. Ҡасандыр Сибай яғына соҡор-саҡырҙан ғына торған юл танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, көҙгөләй ялтырап ята.
— Төҙөлөш өсөн республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. 2011 йылда – 10, 2012 йылда 20 миллион һумлыҡ эш башҡарылды. Быйыл иһә был сумма 116 миллион һум тәшкил итәсәк, — ти район башлығы.
Үҙ халҡы өсөн янып, уның йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында көн-төн тимәй юғары урындарҙың ишеген ҡағыу, үҙеңә түгел, халыҡ өсөн һорап, ҡайһы осраҡта ҡағылып та, әрләнеп тә сыҡҡан ваҡыттар йыш булһа ла, бөгөн эштең һөҙөмтәһен күреү етәксене тағы ла яңы бейеклектәргә үрләргә этәрәлер. Әйткәндәй, башҡа райондарҙан айырмалы, әбйәлилдәрҙең юлдары ялтырап ятыуына, төҙөк һәм тигеҙ булыуына барыһы ла шаһит. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, һәр хәлдә, төбәктең етеш тормошонда уның етәксеһенең роле баһалап бөткөһөҙ.
Яңы ғына һалынған йылы асфальт буйлап атлайбыҙ, хатта аяҡ кейеменә йәбешеүенә лә иғтибар бирмәйбеҙ. Әммә юл ҡатламын боҙорға рөхсәт итмәнеләр, кемдер ситкә сығырға бойорҙо.
— Быйыл бөтәһе 14 саҡрым асфальт юл төҙөү ҡаралған, шуның туғыҙын үҙебеҙҙең идаралыҡ түшәһә, биш саҡрымын Белорет юл-ремонт төҙөлөш идаралығы эшселәре һала. Трассаны быйыл көҙгә тапшырырға уйлайбыҙ, – ти мастер Салауат Хәлитов.
Беҙ етәкселәр менән һөйләшкән арала, эҫе битум ҡатнашмаһын һыуытҡандан һуң, тәжрибәле катоксы Айҙар Хәкимов уны тигеҙләп тә ҡуйҙы. Ә Вадим Лобанов менән Айбулат Йәнекәев ташлы юлға асфальт йәйҙе.
Рим Һатыбал улының юлсыларҙан ҡәнәғәт булыуы йөҙөнә сыҡты, ни тиһәң дә, үҙәккә үткән проблема аҡрынлап булһа ла тормошҡа аша. Районға Магнитогорск яҡын тиһәләр ҙә, Сибай ҙа әбйәлилдәр өсөн ят түгел. Күпселек балалар шунда белем ала, һалым инспекцияһына ла йыш йөрөргә тура килә. Һәр хәлдә, көньяҡ-көнсығыштың баш ҡалаһына әүерелгән Сибай хәҙер әбйәлилдәр өсөн тағы ла яҡыныраҡ буласаҡ.

Барыһы ла – иғтибар үҙәгендә

Иртә менән хакимиәт башлығының бүлмәһендә кәңәшмәлә ултырғанда етәксе райондың бар һулышын тойоп, һәр ауылдағы проблемаларҙы хәтерләп, бөтә мәсьәләне лә күҙ уңында тотоп өлгөрә алмайҙыр, тип уйлап ҡуйғайным. Яңылышҡанмын, күрәһең. Юлсыларҙың эшенән ҡәнәғәт ҡалған башлыҡ машинаһын ҡайтыу яғына борор тигәйнек (эш сәғәте лә тамамланды), әммә ул: «Юл ыңғайында Сиҙәм мәктәбендә барған капиталь ремонтты һәм «Чебурашка» балалар баҡсаһындағы эштәрҙе ҡарап сығайым», – тип йәнә ауыл яғына боролдо.
Һуң булыуға ҡарамаҫтан, мәктәпкә ремонт эшләүселәр үҙ урынында. Директоры Шәүрә Әхмәтҡужина яңы уҡыу йылына өлгөртәсәктәрен белдерҙе, ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һораны. Район етәксеһе иғтибарҙы йылылыҡ торбаларын алмаштырыуға йүнәлтергә ҡушты.
— Ҡышты нисек сыҡҡанығыҙҙы онотмағыҙ, һәр эште шәхсән тикшереп ҡабул итегеҙ, — тип фарман бирҙе лә балалар баҡсаһына йүнәлде.
Шул арала Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Рәйлә Ғүмәрова үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында белдереп өлгөрҙө. Ғөмүмән, район хакимиәте башлығы булыу еңелдән түгел икән. Көн-төн тимәй, татлы йоҡоңдо ҡалдырып, халҡым, илем, ерем тип йөрәгеңдең һәр тамыры ҡайнар типкәндә генә, һәр көнөңдө «бөгөн мин район халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн нимә эшләй алам әле» тип башлағанда ғына маҡсатың тормошҡа ашалыр.



Вернуться назад