Салауат Юлаев исемендәге майҙанда матур концерт ойоштороп, баш ҡалабыҙҙа уҡыған йәштәрҙе Белем көнө менән тәбрикләү матур йолаға әйләнде. Ҡыҙҙар һәм егеттәр, “Юлдаш” радиоһы быйыл да һеҙҙе байрамға саҡыра.
Белем көнөн Бейеү көнө итәйек. Рәдиф Зарипов, Әлим Ҡәйүмов, Ғәзим Ильясов, Ян Лира, Илнур Миһманов, Ғайсар Миңлеғолов, Илнур Ишембаев, Айтуған Ғәйзуллин, Гөлназ Ҡәҙербирҙина, Алина Дәүләтханова, Лиана Иҙрисова, Хәлимә Ғәббәсова, Айнур Туҡтаев, Рәфис Ишбаев, Илдус Дәүләнов, Рифат Шәрәфетдинов, Линар Солтанов, Әлфиә Әхмәтйәнова, Фәнүр Ишморатов, Рәил Өмөтбаев, Венер Камалов, Резеда Бүләкова, Таһир Әсәҙуллин, “Әс-сәләм” төркөмө (солистар — Айгиз Ханов, Илгиз Камалетдинов), Рөстәм Ғиззәтуллин һәм бүтән танылған йырсылар тик һеҙҙең өсөн генә йырлаясаҡ. Һәр ваҡыттағыса уйын-көлкө, бүләктәр ҙә мул буласаҡ.
Байрам 1 сентябрҙә киске сәғәт 6-ла башлана.