Ҙур ышаныс Һеҙгә, Уҡытыусы!30.08.2014
Ирек Кинйәбулатов,
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт
премияһы лауреаты


Бөгөн илдең бар өмөтө — Һеҙҙә,
Һеҙҙең — аңда, Һеҙҙең — ҡулдарҙа,
Яҡты киләсәккә тура илткән
Һеҙ башлаған изге юлдарҙа.

Бөтәһе лә Һеҙҙән тора бөгөн —
Йәштәр ҡарашының киңлеге,
Улар ғәмәленән ай-йылдарҙың
Оло быуаттарға тиңлеге.

Илдең көнө, ерҙең көнө бер саҡ
Ҡыл өҫтөндә тороп ҡалмаҫлыҡ
Яңы кеше, аңлы кеше кәрәк,
Яҡшы эштән ҡулы талмаҫлыҡ.

Һеҙ бит әҙерһегеҙ бер йыл түгел,
Бар ғүмерҙе тотош бирергә:
Илдең иртәгәһе яҡты булһын,
Китмәҫ өсөн донъя кирегә.

Бөгөнгөгә, киләсәккә төбәп
Мәғәнәһен бөтә эшенең,
Донъяларҙы яҡтыртырға теләп,
Яҡшыртырға теләп кешене.

Иң ҙур рәхмәт Һеҙгә, Уҡытыусы,
Һәр быуындың ҡыҙы-улынан.
Һеҙ барағыҙ тотоп бала түгел —
Тыуыр замандарҙың ҡулынан.


Вернуться назад